Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
7 Октябрь 2022, 12:20

Әгәр ауыҙҙан ауыр еҫ килһә...

мотлаҡ врачҡа күренергә кәрәк. Был етди ауырыу билдәһе булыуы мөмкин...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Әгәр ауыҙҙан ауыр еҫ килһә...

Әгәр ауыҙҙан ауыр еҫ килһә, мотлаҡ врачҡа күренергә кәрәк. Был етди ауырыу билдәһе булыуы мөмкин.

Склероз. Был ҡурҡыныс аутоиммун ауырыуы. Ул организмдың нерв системаһын ҡаҡшата, кешенең һулышына ла кире тәьҫир итә. Тикшереү һөҙөмтәһе күрһәткәнсә, сирҙең башланғыс стадияһында уҡ склерозды кисергән пациенттарҙың ауыҙынан насар еҫ килеүе мөмкин.

Бауыр эшмәкәрлегенең боҙолоуы. Һулыштан сей балыҡ еҫе килгәндә, бауыр насар эшләй һәм токсиндарҙы эшкәртә алмай, тигән һүҙ. Зарарлы матдәләр бәүелдә һәм һулыш юлында тупланып, үҙенсәлекле бер еҫ бирә.

Бөйөрҙөң эшмәкәрлеге боҙолһа. Был ауырыуҙың бер билгеһе – һулыштан аммиак еҫе килеүе. Иллинойс университеты ғалимдары уйлап сығарған бер тапҡыр ҡуллана торған ҡулланма һулыштағы аммиак еҫен тоя һәм диагнозды иртәрәк ҡуйырға мөмкинлек бирә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас