Укол урыны шешһә
Уколдан һуң барлыҡҡа килгән шеште, төйөрҙәрҙе бөтөрөү өсөн бер нисә ысул бар:
- Киң билдәлеһе – йодтан сетка эшләү. Быны көнөнә 3-4 тапҡыр эшләргә кәрәк.
- Төнгөлөккә ҡайнар һыуҙа тотоп алынған кәбеҫтә япрағын йылы килеш ябырға.
- 1 йомортҡаға 1 аш ҡалағы ҡуйы булмаған бал һәм аҡмай, әҙерәк он ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Уны ауыртҡан урынға һылап, бәйләргә.
- Гепарин һәм троксерутин тигән матдәләре булған крем йәи?ә мазь һөртөү ҡан йөрөшөн яҡшырта һәм шеште тиҙ ҡайтарта. Иғтибар! Инфекция инмәһен өсөн, энә ҡаҙалған урынға түгел, ә уның тирәләй һөртөргә кәрәк.
- Спиртлы компресс – тигеҙ өлөштә спиртҡа һыу ҡушып болғатырға. Уны әҙерәк йылытып, марляға манып, төйөрлө урынға ябырға. Полиэтилен ҡапларға һәм бер-ике сәғәт тотҡандан һуң алырға.
- Алоэ гөлөн ябырға мөмкин, тик уны дөрөҫ ҡулланырға кәрәк. Алоэ япрағының ҡалын өлөшөн киҫеп алып, бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Алғас, ит туҡмаған кеүек һуҡҡылап йомшартырға. Буйға киҫеп, шешкә итләс яғы менән ҡуйып, пластырь ярҙамында йәбештерергә. Япраҡты көнөнә бер нисә тапҡыр алмаштырырға.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.