Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Октябрь 2022, 11:20

Йүткеректән аш содаһы пары

Әгәр ауырыһаҡ, беҙҙе элек әсәй-өләсәйҙәребеҙ шулай дауалай торғайны. Дарыу ҙа кәрәкмәне, оҙаҡ ауырып та ятманыҡ. Бер-ике процедуранан “кеше булып” китә инек. Иҫләп алайыҡ әле. Уның өсөн кәстрүлгә 1 стакан һыу ҡойоп, плитәгә ҡуябыҙ. Ул ҡайнап сыҡҡас...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Йүткеректән аш содаһы пары

Әгәр ауырыһаҡ, беҙҙе элек әсәй-өләсәйҙәребеҙ шулай дауалай торғайны. Дарыу ҙа кәрәкмәне, оҙаҡ ауырып та ятманыҡ. Бер-ике процедуранан “кеше булып” китә инек. Иҫләп алайыҡ әле. Уның өсөн кәстрүлгә 1 стакан һыу ҡойоп, плитәгә ҡуябыҙ. Ул ҡайнап сыҡҡас, ваҡ ҡына итеп туралған 6 теш һарымһаҡты һалып, утты кәметергә кәрәк. Ул биш минутта бешеп сыға. Утты һүндереп, 1 сәй ҡалағы аш содаһы өҫтәргә. Унан башҡа юрған ҡаплап, эҫе парҙы тәрән итеп тын алырға ла һауаны ауыҙҙан сығарырға кәрәк. Һыу һыуынғансы шулай ултырырға. Шундай ингаляцияны йоҡларға ятыр алдынан эшләү файҙалы. Ғәҙәттә, өс процедура етә.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләүеү мотлаҡ, сикләүҙәр булыуы ихтимал.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас