

Беҙгә – ике йәш!
Ә рәхмәттәре сикһеҙ булған пациенттарыбыҙ бихисап, ти “Инвитро” хеҙмәткәрҙәре
Кешеләр бер-береһенә иң изге теләктәрен еткергәндә иң тәүҙә һаулыҡ теләй. Сөнки сәләмәт кеше емертеп эшләй ҙә, рәхәтләнеп йоҡлай ҙа, кәйеф-күңеле лә күтәренке була.
Хәҙер дәүләт медицина учреждениелары менән берлектә шәхси клиникалар ҙа эшләй башланы. Быға халыҡтың үҙ һаулығына иғтибарлыраҡ була барыуы, сиратһыҙ ғына теләгән табибына күренеү теләгенән дә киләлер.
“Беҙгә быйыл ике йәш, -ти йылмайып “Инвитро” шәхси клиникаһы хеҙмәткәрҙәре. - Ошо арауыҡ ваҡыт эсендә беҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙең тик рәхмәт һүҙҙәрен ишетеүе ҡыуаныслы. Беҙ халыҡтың ихтыяжынан сығып эш итәбеҙ. Йыш ҡына кешеләр үҙҙәренә ниндәй табип йә анализдар йәки тикшеренеүҙәр кәрәклеге тураһында белдерә. Беҙ был һорауҙы эшкә алып, уны йәһәтерәк хәл итергә тырышабыҙ”.
Шулай итеп, нимә һуң ул “Инвитро”? Ул – Рәсәйҙәге иң ҙур шәхси медицина компанияларҙың береһе. Унда 8 эре лаборатор комплекс һәм 1800-ән ашыу медицина офистары бар. “Инвитро” Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан илдәрендә уңышлы эшләй. Был компания ике меңдән ашыу лаборатор тикшереүҙәре һәм диагностикалау алымдары тәҡдим итә. Шуға күрә “Инвитро” компанияһының пациенттары йылдан-йыл арта ғына бара.
Баймаҡ ҡалаһында эшләгән “Инвитро”ла төрлө белгестәргә күренергә була. Һуңғы йылдарҙа күптәрҙә онкология ауырыуҙары табылыуы билдәле. Был кешеләрҙең табипҡа ваҡытында күренеп, сирен алдан билдәләүе менән дә бәйлелер. Һәм, әлбиттә, ваҡытында табылған яман шеште еңеүе лә күпкә еңел. Был йәһәттән “Инвитро”ла ҡабул иткән билдәле онколог Фәнил Әлим улы Кәлимовты билдәләп китергә кәрәк. Фәнил Әлим улы яңы ҡалҡып сыҡҡан шештәрҙе сургитрон аппараты менән алып ташлай. Шуға күрә тәнегеҙҙә ниндәйҙер шеш йәки төйөн тойғандай булһағыҙ, “Инвитро”ға мөрәжәғәт итеп, Фәнил Кәлимовҡа күренергә була. Табип һеҙгә бар кәңәштәрен биреп, тейешле лаборатор тикшереүҙәр үткәреп, дауалауын башлар. Ҡурҡып йөрөгәнсе ваҡытында барыу һәр саҡ әҙәм балаһының файҙаһына эшләүен онотмағыҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас ауырыуҙар ҙа йәш әсәләрҙең дә, ғүмер көҙөн кисергән ханымдарҙың да, хатта ҡыҙҙарҙың да тормошон түҙгеһеҙ иткән саҡтар була. Был йәһәттән “Инвитро”ла эшләгән гинеколог-эндокринолог, УЗИ табибы Кәримова Анна Борисовна Кәримова ярҙамға килер. Ул да ауырыуҙарҙы ваҡытында билдәләп, тейешле дауаланыу алырға ярҙам итер. “Ҡатын-ҡыҙҙың гинекологҡа мөрәжәғәт итмәүе, хатта йылдар дауамында бөтөнләй күренмәүе күп проблема тыуҙыра. Йылына бер мәртәбә тикшерелеп тороу бихисап сирҙәрҙе бөтөнләй булдырмаҫҡа ярҙам итер ине. Гүзәл заттарыбыҙ ошо хаҡта онотмаһын ине”,-тип кәңәш бирә Анна Борисовна.
Шулай уҡ гинеколог һәм УЗИ табибы булып ҡабул итеүҙәр алып барған Алина Рәмил ҡыҙы Воронкова ла коллегаһының һүҙҙәрен йөпләп, һәр ҡатын-ҡыҙға “үҙ” врачына даими рәүештә күренеп барыу мөһимлеген белдерҙе.
Ғөмүмән, УЗИ тикшереүен үтеп әле генә башланып торған күп ауырыуҙарҙы билдәдәргә була. Был йәһәттән “Инвитро”ла Татьяна Владимировна Чащина ла уңышлы эшләй.
Табип-терапевт Илгиз Марат улы Яҡшыбаевты ла “Инвитро” пациенттары үҙ итеп өлгөргән. Ул һәр кемде ентекләп ҡарап, тейешле дауалауын да яҙа һәм пациентының һаулыҡ торошон күҙәтеп бара.
“Бар ауырыуҙар нервы ҡуҙғыуынан”,-тип ҡабатларға яратабыҙ. Эйе, белгестәр хәҙер тәнгә уйламаған сыбартма, шештәр килеп сығыуын да организмдағы ошо йүнәлештәге кире үҙгәрештәр мепнән бәйләй. Был йәһәттән невролог Айгөл Әхмәт ҡыҙы Ғүмәрова һәр кемгә ярҙамға килергә, ауырыуҙы билдәдәп, уны дауалауҙы тәғәйенләргә әҙер.
Эске биҙҙәр системаһын ваҡытында тикшереп барыу ҙа бик мөһим. Был йәһәттән “Инвитро”ла ҡабул иткән эндокринолог Ирина Александровна Шенцованың тәжрибәһе бик бай. “Кешенең эске биҙҙәр системаһы эшләмәһә, кешенең һаулығы тиҙ арала ҡаҡшай. Шуға күрә ваҡытында тикшерелеү мөһим”,-ти ул.
Әҙәм балаһының бар һөйөнөс-көйөнөстәре, шатлыҡ-ҡайғыһы бер йөрәк аша үтә. Әгәр ул туҙһа – бар организм да ҡаҡшай башлай. Шуға күрә “Инвитро”ла ҡабул иткән кардиолог Гөлнара Тимербулат ҡыҙы Сәйфуллинанан пациенттар өҙөлмәй. Эйе, көн-төн ярһып та, бер аҙ тынысланып та типкән йөрәктең эшмәкәрлеген дә ваҡытында тикшереп, кәрәк саҡта уға кәрәкле дауаһын да биреп барыу мөһим.
Айҙар Айрат улы Ғүмәров хирург та, УЗИ табибы булараҡ та ҡабул итеп, күптәрҙе аяғына баҫтырған. “Беҙҙең халыҡ ҡайһы саҡта үтә сыҙамлы булып китә, “бөтөр әле” тип, сыҡҡан, хатта һынған бармағы менән дә йөрөүе бар. Ә был тотош организмға көсөргәнеш биреп, төрлө ауырыуҙарға килетереү бар. Һаулығығыҙ өсөн ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ”,-тине табип кәңәштәрен биреп.
Магазин кәштәләрендә ялтыр-йолтор ҡаптарҙа ятҡан, әллә ҡайҙан килтерелгән аҙыҡты уйламай һатып алыу, ҡайһы саҡта самаһыҙ ашау йәки ас йөрөү, тәбиғәттән ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенең эшләп еткермәүе, төрлө ауырыуҙарға килетереүе бар. Был йәһәттән “Инвитро”ла ҡабул иткән гастроэнтеролог, УЗИ табибы Ольга Валерьевна Демидова ярҙамға килергә әҙер.
Һәр ата-әсә өсөн балаһының һаулығы иң мөһиме. Шуға күрә яңы тыуған сабыйҙарға УЗИ үткәргән, шулай уҡ йөрәк һәм тамырҙарҙы ошо аппарат аша ҡарап, кәңәштәрен еткергән Салауат Миһран улы Әҙелғужиндың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ә инде балалар неврологы Рәлиә Айҙар ҡыҙы Солтановаға ата-әсәләр һәр саҡ ҙур теләк менән кескәйҙәрен алып килә.
Юғары квалификациялы шәфҡәт туташтары Көнһылыу Нурғәле ҡыҙы Уйылданова һәм Илүзә Әхиәр ҡыҙы Ғибатова хаҡында ауырыуҙар: “Ҡулдары йомшаҡ уларҙың”,-тип һөйөнә. Был медсестралар хатта яңы тыуған сабыйҙан да анализды ауырттырмай ғына ала белә.
Ә инде үҙ эшенең оҫтаһы булған администраторҙар Анна Александровна Вәлиева менән Люциә Вәлит ҡыҙы Янғазина һәр кешене мөләйем йылмайып ҡаршы алып, ниндәй табипҡа күренергә кәрәклеген тиҙ арала билдәләп тә ҡуя.
Бына шулай ҡаршылай “Инвитро” үҙенең ике йәшен. Әгәр тиҙ һәм сифатлы медицина ярҙамы кәрәк булһа, Баймаҡ ҡалаһы, урамы адресы буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон
Гүзәл Салихова.