Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Сентябрь 2022, 07:45

Йәш булып ҡалғың киләме?

Йәшәртеүсе был сара күреү һәләтен яҡшырта, тән тиреһен шымарта, сәсте ҡуйыландыра. Ҡыҫҡаһы, күҙгә күренеп йәшәрәһең. Бының өсөн...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Йәшәртеүсе был сара күреү һәләтен яҡшырта, тән тиреһен шымарта, сәсте ҡуйыландыра. Ҡыҫҡаһы, күҙгә күренеп йәшәрәһең. Бының өсөн 200 грамм етен майына (дарыуханала һатыла) 4 лимон, 3 баш ҙур булмаған һарымһаҡ, 1 кг бал ҡушыла. Ҡабығынан әрселгән лимонды һәм һарымһаҡты, 2 лимонды ҡабығы менән ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Ҡушылманы яҡшы итеп болғатабыҙ һәм быяла һауытҡа һалып, ҡаплап, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. Көнөнә 3 тапҡыр, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, ағас ҡалаҡ менән эсергә кәрәк.

Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ.Сикләүҙәр булыуы ихтимал.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас