Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Сентябрь 2022, 06:00

12 сәғәттән йүткереүҙән ҡотолдора

Ышанмаһағыҙ ҙа, ошо микстураны эшләп, эсеп ҡарағыҙ әле. Ысынында ла йүткереүҙән ҡотолорға ярҙам итә. Бының өсөн 500 грамм һуғанды таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға кәрәк. Шуға 400 грамм шәкәр өҫтәп болғатырға. Уларҙы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ышанмаһағыҙ ҙа, ошо микстураны эшләп, эсеп ҡарағыҙ әле. Ысынында ла йүткереүҙән ҡотолорға ярҙам итә.

Бының өсөн 500 грамм һуғанды таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға кәрәк. Шуға 400 грамм шәкәр өҫтәп болғатырға. Уларҙы 1 литр һыуға һалып, 3 сәғәт талғын утта ҡайнатырға. Һуңынан бүлмә температураһына тиклем һыуытырға һәм 50 грамм бал ҡушып иретергә.

Был ҡайнатманы ашар алдынан эсергә. Балаларға 4-6 сәй ҡалағы, өлкәндәргә 4-6 сәй ҡалағы бирелә.

Дауаланыу алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ, сикләүҙәр булыуы ихтимал.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас