Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Сентябрь 2022, 16:35

Коронавирусҡа ҡаршы тороу өсөн нимә ашарға?

Был осраҡта май иң кәрәкле ризыҡтарҙың береһе булып тора. Үпкәлә барлығы 700 млн альвеола бар. Улар бәләкәс кенә шар формаһында. Уларҙың һәр береһе май ярҙамында яңырып тора. Майлы ризыҡ ашағанда лимфалар аша май иң беренсе үпкәгә эләгә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Был осраҡта май иң кәрәкле ризыҡтарҙың береһе булып тора. Үпкәлә барлығы 700 млн альвеола бар. Улар бәләкәс кенә шар формаһында. Уларҙың һәр береһе май ярҙамында яңырып тора. Майлы ризыҡ ашағанда лимфалар аша май иң беренсе үпкәгә эләгә. Шуның өсөн дә май иң кәрәкле ризыҡтарҙың береһе булып тора. Альвеола 90 процент майҙан һәм 10 процент аҡһымдан тора. Әгәр май етмәһә, альвеола үҙ-ара йәбешә башлай, тын алыу ауырлаша, гипоксия башлана. Тын алғанда ул тарҡала, уның урынына яңылары барлыҡҡа килә. Альвеола үпкәләрҙе вирус, бактерия, химик матдәләрҙән һаҡлай, уларҙы ҡанға уҙғармай. Йүткергәндә ул тышҡа бүленеп сыға.

Шуның өсөн дә бөгөн айырыуса май һәм майлы ризыҡ ашарға, саф һауала йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә кәрәк.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: