Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Сентябрь 2022, 17:55

Әрем бит был...

Ярты стакан ҡайнар һыуға 10 - 15 бөртөк сәскәһен йәки шул кимәлдә үләнен һалып 10 минут төнәтергә, шунан һөҙөп эсергә тип һөйләштек. Эсә алған хәтлем. Тереләй үпкә серетеп ятҡансы, атып ҡал. Ике - өс сәғәт һайын...

Әрем бит был...
Әрем бит был...

Халыҡ табибәһе булған, кәңәштәре менән күптәргә һаулығын нығытарға һәм ҡайтарырға ярҙам иткән Зәүхиә Низамиеваны барыһы ла белә. Төркөмдәштәрҙең әремдең файҙаһы тураһындағы ҡабатланған һорауҙарына уның битләүегенән яҙманы килтерәбеҙ:

"Әрем, әрем тип теңкәбеҙгә тейҙең инде,"-тейерһегеҙ, был яҙманы уҡығас. Хикмәтле, мөғжизәле әрем тураһында тағын яҙырға теләүемдең сәбәптәре өсәү.

Беренсеһе - йыйырға ваҡыт етте тип иҫкәртәһем килә. Яландарҙа, ҡырҙарҙа, уйһыулыҡтарҙа хуш еҫен таратып үләндәрҙең батшаһы Әрем сәскә ата башланы. Һап - һары төймәләренә бар кәрәкле витаминдарҙы,минералдарҙы, эфир майҙарын, төрлө сирҙәрҙе еңерлек, әҙәм балаһына сәләмәт тәндә бәхетле йәшәргә көс бирерлек шифалы әсе һутын йыйып, беҙгә бирергә әҙерләне. Һуҡыр бер тин аҡса ла һорамай. Бары тик ғорур,мин - мин баштарыбыҙҙы эйеп,ҡаршыһына баҫып ҡулдарыбыҙҙы һонорға ғына кәрәк. Аллаһы Тәғәләгә икһеҙ-сикһеҙ рәхмәттәр әйтеп.
Икенсе сәбәп - әрем һәм уның шифалы көсөн, уның ниндәй үлән икәнен, нисек йыйырға,киптерергә икәнен, ҡулланыу ысулдарын һорап күп яҙалар. Ҡулдан килгән һәм етешә алған хәтлем яуап яҙам. Кемдәр әле лә белмәй, Ютубтан әрем тураһында видеолар табып ҡарарға, Яндекстан мәғлүмәт һәм фоторәсемен табып күрергә була. Мин әремгә бағышлап бик күп яҙҙым. Әрем иң әсе, ағыулы, көслө энергетикалы үлән. Самаһын белеп, дөрөҫ итеп ҡулланһаң дарыу ,самаһыҙ, белемһеҙ - ағыу!
Өсөнсө сәбәп булып бер тарих тора.Әле һаман да ваҡыт -ваҡыт короновирус йоҡтороп сирләүселәр бар. Бөтөнләй китте тип әйтә алмайбыҙ.
" Зәүхиә апай, бергә эшләгән М.апай һеҙҙән кәңәш һорарға тине. Әтейем короновирустан һуң мандып китә алмай. Тағын ике аҙна больницала ятты. Тик үҙгәреш юҡ. Көскә тын ала, ҡаҡырығын сығара алмай, тыны быуыла -быуыла йүткерә. Әнейгә лә,үҙенә лә төн йоҡоһо юҡ. Үпкәһенең яртыһы тейерлек поражённый. Йәшәргә оҙаҡ ҡалманы, ахыры, тип ята.Нисек кенә ярҙам итәйем тип үҙәгем өҙөлә,"-тине Х.
Нимәләр эшләнеләр?
1.Һаман рәтләнеп китә алмай икән, тимәк короновирустың вирусы әле һаман үпкәне зарарлай, иммунитетты ҡаҡшата тигән һүҙ. Иң беренсе вирусты үрсеүҙән, таралыуҙан туҡтатырға кәрәк. Күп кенә сит илдәрҙә был турала мәғлүмәт күп булды, әремдең ҡайнар хәләттәге эсемлеген йәки отвар горячий полыни короновирус сиренән дауаланыуҙа иң эффектлы ысул тип тапҡандар. Бының шулай икәненә беҙҙең арала күптәр инандылар. Был осраҡта Х.шулай итте. Ярты стакан ҡайнар һыуға 10 - 15 бөртөк сәскәһен йәки шул кимәлдә үләнен һалып 10 минут төнәтергә, шунан һөҙөп эсергә тип һөйләштек. Эсә алған хәтлем. Тереләй үпкә серетеп ятҡансы, атып ҡал. Ике - өс сәғәт һайын. Вирусҡа баш күтәрергә бирмәҫкә!
2.Хәлһеҙлек, көс булмау, быуындарҙың тиҙ арыуы, мускулатураның шәлперәүе, вирустың тәнде бар яҡлап ҡыйратыуын күрһәтә. Көслө антибиотиктар ҙа кире йоғонто яһайҙар. Был осраҡта,әрем эсеү интервалы араһында үҙҙәре һыҡҡан төрлө йәшелсә емеш һуттары эсеү,еңел салаттар ашау, ҡымыҙ,сәтләүек, ҡара бойҙай ботҡаһы, файҙалы бадтар һ.б.ҡулланып,тиҙерәк иимунитетты күтәрергә кәрәк.Физик күнегеүҙәр яһау, урыҫса яҙһаҡ, упражнения для востановления дыхания яһау мөһим. Мин был турала күп яҙҙым.
Иң мөһим нәтижә - Әрем.Х.ның әтейе әрем эсә башлаған көндә үк тын алыуы иркенәйеп, йүткереүе кәмеп, һыҙғырыуы баҫылып, тыныслап йоҡлай башлаған. Ике - өс көн шыбыр тиргә батып йөрөнө. Тир менән сир сыға. Әкренләп ашарға аппетиты асылып, ашай ҙа башланы. Әремде тулыһынса һауыҡҡансы эстеләр. Артабан профилактика өсөн көнгә бер ике тапҡыр эсеп торорға хәл иттек. Ваҡыты менән табиптарға ла күренеп, тикшеренеп торорға.
Әрем мөғжизәләре күп. Ул барыбыҙға ла етерлек кимәлдә үҫә. Ҡулын һонған әҙәм балаһын бер ниндәй ҙә билгеләр менән бүлмәй, береһен дә буш ҡалдырмай. Беҙ уның алдында барыбыҙ ҙа тиң. Аллаға шөкөр.

Зәүхиә Низамиева. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: