Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Сентябрь 2022, 16:57

Күп ауырыуға дауа

Әҙер төнәтмәне ай дауамында көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ эсер кәрәк.  Был мөғжизәле төнәтмәне эскәндән һуң организмдағы тоҙ сығыр, эшмәкәрлек көсө артыр, ҡан таҙарыр, иммунитет яҡшырыр, тамырҙар нығыныр.  Шулай уҡ йөрәкте нығыта, ҡанды таҙарта, тәнгә көс өҫтәй. Артыҡ майҙарҙы алып ташлай, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарынан һәм шешенеүҙәрен бөтөрә. Насар матдәләрҙән организмды таҙарта. 

Күп ауырыуға дауа
Күп ауырыуға дауа

Был төнәтмә бик күп ауырыуға төнәтмә. Уны эшләү өсөн 12 теш һарымһаҡ кәрәк була. Һәр һарымһаҡты дүрткә бүләһең. Был һарымһаҡтарҙың өҫтөнә 3 стакан ҡыҙыл шарап ҡойор кәрәк. Унан ҡапҡасын ябып, ҡояшлы төҙрә төбөнә ике аҙнаға ултыртып ҡуйырға. 

Төнәтмәне һәр көн ике-өс тапҡыр һелкетеп торор кәрәк. Унан һөҙөп, ҡара шешәгә ҡойорға. 

Әҙер төнәтмәне ай дауамында көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ эсер кәрәк. 

Был мөғжизәле төнәтмәне эскәндән һуң организмдағы тоҙ сығыр, эшмәкәрлек көсө артыр, ҡан таҙарыр, иммунитет яҡшырыр, тамырҙар нығыныр. 

Шулай уҡ йөрәкте нығыта, ҡанды таҙарта, тәнгә көс өҫтәй. Артыҡ майҙарҙы алып ташлай, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарынан һәм шешенеүҙәрен бөтөрә. Насар матдәләрҙән организмды таҙарта. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Был рецепты алғанда авторын күрһәтеү мотлаҡ. 

Эльмира Кейекҡужина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: