Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Сентябрь 2022, 20:00

Тамаҡ ауыртҡанда

Тамаҡ шешкәндә уны сайҡатыу күп файҙа килтереүен барыһы ла белә. Уның өсөн нимә ҡулланырға һуң? Ғәҙәттә, күптәр аш содаһын ғына ҡуллана. Был да бик файҙалы. Шул уҡ ваҡытта сайҡатыу өсөн уны тағы ла көсәйтеп ебәрергә була...

Тамаҡ ауыртҡанда
Тамаҡ ауыртҡанда

Тамаҡ шешкәндә уны сайҡатыу күп файҙа килтереүен барыһы ла белә. Уның өсөн нимә ҡулланырға һуң? Ғәҙәттә, күптәр аш содаһын ғына ҡуллана. Был да бик файҙалы. Шул уҡ ваҡытта сайҡатыу өсөн уны тағы ла көсәйтеп ебәрергә була.

1 сәй ҡалағы аш содаһы, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 4-5 тамсы йодты бер стакан йылы һыуҙа бутағыҙ. Шунда уҡ тамаҡты сайҡатырға кәрәк. Был ысулды ике сәғәт һайын ҡулланырға кәрәк.

Тамаҡ ныҡ ауыртҡан саҡта, алма һеркәһе (яблочный уксус) яҡшы ярҙам итә. Ике аш ҡалағы һеркәне бер стакан йылы һыуға өҫтәргә лә, шунда уҡ тамаҡты сайҡатырға. Уның тағы бер нисә ысулы бар. Бер стакан йылымыс һыуға:

-ике аш ҡалағы алма һеркәһе, бер сәй ҡалағы сода,

-1 аш ҡалағы алма һеркәһе, 1 сәй ҡалағы бал, 1 сәй ҡалағы лимон һуты,

-2 аш ҡалағы алма һеркәһе, 1 сәй ҡалағы тоҙ.

Тамаҡ ауырҡанда, уны йомшартырға, тауышты асырға бал ярҙам итә. Бының өсөн бер сәй ҡалағы балды ауыҙҙа тотоп, имеп йөрөргә кәрәк. Балды бер сәй ҡалағы һыйыр майы менән бутарға була. Йылы үлән сәйенә бер аш ҡалағы бал һалып эсеү ҙә тамаҡтың ауыртыуын баҫыр.

Ромашканың файҙаһын да онотмағыҙ. Уны сәй итеп йә булмаһа тамаҡ сайҡатыу өсөн ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн бер үк төнәтмә әҙерләнә: бер литр һыуға 1 аш ҡалағы ромашка алына. Ул ҡайнап сыҡҡас та һүндерергә лә, 1 сәғәт төнәтергә. Унан һөҙөп алып йылы һыу өҫтәп сәй итеп эсергә йә тамаҡты сайҡатырға.

4-5 тырнаҡ һарымһаҡты быяла һауытҡа һалырға өҫтөн ҡаплағансы бал һалырға. Унан быу өҫтөндә тотоп йә микротулҡынлы мейестә йылытырға. Һыуытырға, унан тағы йылытып алырға. Артабан һарымһаҡлы сиропты бер сәғәт һайын ашарға. Ул тамаҡ ауыртыуҙан ғына түгел, ә һалҡын тейеү, киҙеүҙән ярҙам итә.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: