Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Сентябрь 2022, 17:50

Ныҡ булыу өсөн

Кеше төрлө ауырыуҙарға бирешмәһен, кәйефе һәр саҡ яҡшы булыуы уның иммунитетына бәйле. Уны нисек нығытырға һуң?..

Ныҡ булыу өсөн
Ныҡ булыу өсөн

Кеше төрлө ауырыуҙарға бирешмәһен, кәйефе һәр саҡ яҡшы булыуы уның иммунитетына бәйле. Уны нисек нығытырға һуң?

Күберәк йоҡлағыҙ

Иммунитеттың ныҡ булыуы, тәү сиратта, йоҡоға бәйле икән. Өлкәндәр 7 – 9, ә балалар 10 – 13 сәғәт йоҡларға тейеш. Ике аҙнанан артыҡ йоҡо туймауы кешенең сирҙәргә бирешеүен көсәйтә. Ете сәғәттән әҙ йоҡлаған кешеләр 3 мәртәбәгә йышыраҡ ауырый.

Физик күнекмәләр эшләгеҙ

Иммунитеттың “ҡартайыуы” нәҡ физик күнекмәләргә бәйле. Әгер кеше аҙ хәрәкәтләнһә, уның һаулығы ла тиҙерәк ҡаҡшай. 17 йәшкә тиклемгеләр аҙнаһына 3-5 мәртәбә 60 минут, унан өлкәндәргә аҙнаһына 2-3 мәртәбә – 2 сәғәт физик күнекмәләр, ниндәйҙер спорт төрө менән шөғөлләнеү мөһим. 65 йәште үткәндәргә йышыраҡ саф һауаға сығырға кәрәк. Хәленә ҡарап, спорт менән дуҫ булыу ҙа мөһим.

Дөрөҫ туҡланыу

Һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Ҡаты диета тотоусылар ҙа, артыҡ ашаусылар ҙа иммунитетын ҡаҡшата. Йәшелсә, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирегеҙ. Иммунитет өсөн ашҡабаҡ, шалҡан, йәшел алма, апельсин, грейпфрут, лимон, банан, слива, виноград, ә айырыуса – ҡара ҡарағат яҡшы. Һарымһаҡ тураһында онотмағыҙ. Ул иммунитетты яҡшырта, онкология сирҙәрен профилактикалай, ҡартайыуға юл бирмәй. Һарымһаҡ эсәктәрҙәге зыянлы микробтарҙы ла юҡ итә.

Һөт ризыҡтарын (эремсек, йогурт, ҡатыҡ) көн дә ҡулланығыҙ. Шулай уҡ тоҙло кәбеҫтә, тоҙло ҡыярҙы самалап ҡулланыу ҙа организмды иммунитет өсөн кәрәкле матдәләр менән байытыр.

Ҡояшты яратығыҙ

Ҡояш нурҙары кәйефте күтәрә, көйәләнеүҙе бөтөрә, тимәк, иммунитетты нығыта. Бынан тыш ҡояш яҡтыһында кеше организмы D витамины бүлеп сығара. Ә был витамин бер нисә төркөм грипп сирҙәренә, бигерәк тә балаларҙа, ҡаршы тора. Бының өсөн йәйгеһен 15 минут, ҡышҡыһын 1-2 сәғәт ҡояш аҫтында йөрөп алыу етә.

Таҙа йөрөгөҙ

Ҡулдарҙы һабынлап йыуыу, йәшәгән урынығыҙҙы таҙалыҡта тотоу, иммунитетҡа ныҡ насар тәьҫир иткән төрлө инфекция ауырыуҙарынан һаҡлай. Йорт хайуандарына ҡағылғандан йә уларҙы тәрбиәләгәндән һуң да мотлаҡ яҡшылап йыуынығыҙ. Тешегеҙҙе көнөнә ике мәртәбә яҡшылап таҙартығыҙ. Боҙоҡ тештәр тотош организмға хәүефле булыуын онотмағыҙ. Шулай уҡ иҫерткес эсемлектәр менән артыҡ мауығыу тәмәке тартыу иммунитетты ҡаҡшатыуын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Тибет монахтарының: “Ауырып китһәң, йәшәү рәүешеңде үҙгәрт. Әгәр был да ярҙам итмәһә, туҡланыу рационыңа иғтибар ит. Ошонан һуң да ауырыу китмәһә, табипҡа бар”,-тигән һүҙҙәрҙе онотмағыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: