Был рецептты Юнеско экспедицияһы 1971 йылда Тибет монастырендә таба. Ул беҙҙең эраға тиклем V быуатта балсыҡ һауытҡа уйып яҙылған була.
100-әр грамм ҡайын бөрөһө, ромашка сәскәһе, шиңмәҫгөл (бессмертник), һары мәтрүшкәне ҡоро килеш бергә бутарға. Кискеһен ошо ҡушылманан 1 аш ҡалағы алығыҙ, өҫтөнә 0,5 литр ҡайнаған һыу ҡойоғоҙ, таҫтамал менән урап 20 минутҡа ҡалдырығыҙ. Артабан уны һөҙөп ике өлөшкә бүлегеҙ. Бер өлөшөнә 1 сәй ҡалағы бал өҫтәп шунда уҡ эсегеҙ. Иртәнсәккә тиклем бер нәмә лә ашарға ла, эсергә ярамай. Сөнки ашҡаҙан үләндәрҙең бар файҙалы матдәләрен һурып аласаҡ. Иртәнсәк ҡалған төнәтмәне йылытығыҙ (ҡайнатмағыҙ!) һәм бал өҫтәп эсегеҙ. 30-40 минут үткәс кенә ашарға була. Был эликсирҙы 12 көн дауамында эсергә кәрәк. Йылына ике тапҡыр ҡабатлағыҙ.
Был төнәтмә организмға көс бирә, ҡан тамырҙарының һығылмалылығын ҡайтара, йөрәк мускулын нығыта, ҡан баҫымын нормаға килтерә, күҙ күреү һәм ишетеү һәләтен яҡшырта, ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙарынан ярҙам итә, паразиттарҙы бөтөрә, тән ауырлығын кәметә. Тик төнәтмәне балға аллергияһы булғандарға, ауыр формалағы юғары ҡан баҫымы менән ауырығандарға, киҫкен панкреатит менән яфаланғандарға эсергә ярамай.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Был материалды башҡа төркөм-сайттарға күсереп баҫырға ярамай! "Һаҡмар" сайтына һәм авторға һылтанма мотлаҡ!