Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Сентябрь 2022, 11:00

Баллы балан дауаһы

Баллы балан гемоглабинды арттыра, ҡан тамырҙарын, йөрәк мускулдарын нығыта. Бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта. Нерв системаһын нығыта, йоҡоно яҡшырта. Шул уҡ ваҡытта гипертония менән интегеүселәргә лә бик файҙалы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баллы балан дауаһы

Көҙөн-ҡышын миҙгелле ауырыуҙарҙан һаҡланыу, иммунитетты нығытыу өсөн бындай шифалы дарыуҙы әҙерләп ҡуйығыҙ. Баланды ҡайнар һыу менән бешкәкләгеҙ һәм дуршлаг аша һыуын ағыҙығыҙ. Килеп сыҡҡан балан һуты күләмендә бал өҫтәп, яҡшылап бутағыҙ. Иртәнсәк ас ҡарынға берәр аш ҡалағы эсегеҙ.

Баллы балан гемоглабинды арттыра, ҡан тамырҙарын, йөрәк мускулдарын нығыта. Бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта. Нерв системаһын нығыта, йоҡоно яҡшырта. Шул уҡ ваҡытта гипертония менән интегеүселәргә лә бик файҙалы.

Иғтибар: ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: