Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
7 Сентябрь 2022, 15:30

Үксәгеҙ шешеп, һыҙлаймы?

Ул сағында һеҙгә халыҡ медицинаһы ярҙам итәсәк. Үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап алығыҙ.  - Йөрөгәндә аяҡ ауыртмаһын өсөн шешеп сыҡҡан ергә тәүҙә прополистан компресс яһағыҙ һәм фольганы өҫтөнә ябығыҙ. - Эҫе һыуға 3-4 аш ҡалағы тоҙ һәм аш содаһы һалынған һыуға тығып ултырығыҙ. Һыу һыуынғас, аяҡтарҙы ҡоротоп,махсус крем һөртөп, нәски кейегеҙ. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Үксәгеҙ шешеп, һыҙлаймы?

Ул сағында һеҙгә халыҡ медицинаһы ярҙам итәсәк. Үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап алығыҙ.

- Йөрөгәндә аяҡ ауыртмаһын өсөн шешеп сыҡҡан ергә тәүҙә прополистан компресс яһағыҙ һәм фольганы өҫтөнә ябығыҙ.

- Эҫе һыуға 3-4 аш ҡалағы тоҙ һәм аш содаһы һалынған һыуға тығып ултырығыҙ. Һыу һыуынғас, аяҡтарҙы ҡоротоп,махсус крем һөртөп, нәски кейегеҙ.

- Компресс өсөн бер баш һуған һәм 3-5 тырнаҡ һарымһаҡ иҙеп үксәгә 2 сәғәткә ҡуйырға.

- Бер йомортҡаны һытып, уға ярты стакан 9 процентлы һеркә ҡойорға һәм 100 г көнбағыш майы ҡушып, әкрен генә утта ҡуйырғансы ҡайнатырға кәрәк.

- Сей картуфты ҡырып һәр кис табанға ҡуйып ятырға.

- Бер аҙ тоҙға 1 сәй ҡалағы бал, 2 тамсы йод ҡушып болғатырға. Шешкән урынға һөртөп, ярты сәғәткә ҡалдырырға.

Бирелгән кәңәште ҡулланыр алдынан мотлаҡ врач менән кәңәшләшергә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: