Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Сентябрь 2022, 11:00

Башланып китте уҡыуҙар...

- Әгәр бала йүткерә, әммә уның температураһы юҡ икән, уны мәктәпкә ебәрергә яраймы?.. - Үҫмерҙәргә ҡағылышлы ниндәй проблемаларҙы әйтеп үтерһегеҙ?..

Башланып китте уҡыуҙар...
Башланып китте уҡыуҙар...

Белгес кәңәш итә

Сәләмәт бала – уҡый ҙа, йүгерә лә...”

Урамдар балаларҙың шау-гөр килгән тауышына күмелде. Эйе, яңы уҡыу йылы башланыу менән бар ерҙә йәнлелек һиҙелә, мәктәпкә барған-ҡайтҡан уҡыусыларҙың күңелле һөйләшеүҙәре ишетелә. Әммә ата-әсәне: “Балам нисек уҡыр?”-тигән хафалы уй ҙа биләп алды. Был йәһәттән табиптар нимә кәңәш итә? Ошо хаҡта баш табиптың акушер-гинекология ярҙамы һәм балалыҡ буйынса урынбаҫары Э.Ф. Ғатина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Эльвира Фәрит ҡыҙы, яңы уҡыу йылы башланды. Уның менән бергә ата-әсәләргә өҫтәмә мәшәҡәттәр, хатта нервы ҡуҙғыуы ла өҫтәлде. Балалар, айырыуса, бәләкәстәр мыжыҡҡа әйләнә...

- Эйе, был йыл да ҡабатланған проблема. Күпселеге ата-әсәнең кескәйҙе мәктәпкә алдан әҙерләмәүе арҡаһында килеп сыға. Сөнки тейешле режимға инеү өсөн мәктәпкә ике – өс аҙна алдан әҙерләнә башларға кәрәк. Әммә күпселек ата-әсә үҙҙәре лә ошо ваҡытта ялда булғанғамы, был онотола. Һөҙөмтәлә, йоҡоһо туймаған балалар көслө стресс кисерә.

- Бала нисә сәғәт йоҡларға тейеш?

- Беренсе класс уҡыусыһы мотлаҡ туғыҙ - ун сәғәт йоҡларға тейеш. Кескәйгә былай ҙа бик ауыр: барыһы ла яңы, сит. Уларҙың организмы яңы инфекциялар менән дә “танышыуын” оноторға ярамай. Ошондай ваҡытта йоҡоһо туймаған, стресс кисергән бала еңел генә ауырып китеүе бар.

- Беренсе класс балаларына ҡарата ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?

- Әйтеп үтеүемсә, теүәл йоҡо режимы. Беренсе көндәрҙән баланы баҫып һәм ҡурҡытып уҡытмағыҙ. Бынан ул тағы нығыраҡ стресс кисереүе бар. Баланы һауа торошона ярашлы итеп кейендерегеҙ. Эҫе икән – еңел, һалҡынса икән – костюм йә кофта өҫтәгеҙ. Ашауына иғтибар бирегеҙ. Бала дөрөҫ туҡланырға тейеш. Бынан тыш педиатрығыҙ менән кәңәшләшеп, балағыҙға витаминдар бирегеҙ. Табип баланың һаулыҡ үҙенсәлегенә ҡарап, ҡайһы поливитаминдарға туҡтарға икәнен әйтер. Кескәй туғыҙҙан ҡалмай йоҡларға ятырға тейеш. Сыныҡтырыуҙы ла онотмағыҙ: кескәй саф һауала йышыраҡ йөрөһөн.

- Әгәр бала йүткерә, әммә уның температураһы юҡ икән, уны мәктәпкә ебәрергә яраймы?

- Быны тик педиатр хәл итә. Бәлки, баланың аллергияһы барҙыр. Ул саҡта мәктәпкә йөрөргә ярай. Әгәр инфекция ауырыу икән, өйҙә ултырып торорға тура киләсәк. Шуға күрә балаларға киҙеү ауырыуҙарынан прививка эшләтергә кәрәк. Быны ла һеҙгә педиатрығыҙ кәңәш итәсәк.

- Күп ата-әсә балаһының үтә теремек булыуына (гиперактивность), шуға күрә дәрестәрҙә тик ултыра алмаҫ тип борсола...

- Эйе, бындай күренеш күҙәтелә. Әммә тик ултыра торған бала юҡтыр ул. Уны быға өйрәтергә кәрәк. Һүрәт төшөрөргә, пластилин менән әүәләргә ултыртырға, шахмат-шашка түңәрәгенә яҙырға. Баланың иғтибарын йәлеп итер кәрәк. Әлбиттә, һәр кескәйҙең йүгергеһе килә. Кисә генә ул балала баҡсаһында бер урындан икенсе урынға еңел генә күсеп йөрөнө, ә хәҙер ярамай. Ә ниңә ярамай? Бына шуны кескәйгә ипләп кенә аңлатырға һәм өйрәтергә кәрәк. Төрлө конструктор, пазл йыйыу кескәйҙе бер урында ултырырға ла өйрәтә, бармаҡтарының үҫешен дә тәьмин итә. Ә был матур яҙыу өсөн мөһим.

- Ата-әсәләргә тағы нимәгә иғтибар итергә кәңәш итерһегеҙ?

- Балаларҙың умыртҡа һөйәге ҡыйшайыуына (сколиоз). Был бик мөһим проблема. Был ауырыу 5 йәштән башлана һәм ҙурайғансы (17-18 йәшкә тиклем) дауам итә. Шуға күрә балаға өҫтәл, парта артында дөрөҫ ултырырға өйрәтергә кәрәк. Дөрөҫ рюкзак һатып алығыҙ. Әгәр ул бер яҡҡа ҡыйшайып ауыр сумка тотоп йөрөй, йә рюкзагы тигеҙ тартмай икән, умыртҡа һөйәге ҡыйшая башлай.

- Был ауырыуҙы профилактикалау өсөн нимә эшләргә?

- Сколиозды профилактикалаған бейеү, йөҙөү, атта йөрөү менән шөғөлләнеү. Уларҙың барыһы ла ғүмерлеккә баланың һынын тоторға өйрәтә. Физик күнекмәләр һәр кемгә кәрәк, ә балаға – мотлаҡ.

- Мәктәпкә барғас та, ата-әсә балаһын төрлө-төрлө секцияларға яҙа башлай...

- Эйе, унан педиатрға килеп: “Балам ниңәлер ныҡ арый (ҡуҙғый, ярһый, илай, өндәшмәй һ.б.), уҡырға теләмәй, программаны аңламай”,-тип зарланалар. Ата-әсәнең балаһын иң-иңе итергә теләүен ниндәйҙер кимәлдә аңлайым, әммә күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: һеҙ төп эшегеҙҙән тыш, тағы ике-өс эште башҡараһығыҙ. Ә нығынып етмәгән кескәй бала, үҫмерҙәр өсөн дә был бик хәүефле! Уны бейергә ебәрәләр, унан йөҙөргә, унан йүгерергә, унан музыка мәктәбенә... Бала тәүҙә тырыша, барыһына ла өлгөрөргә тырыша. Әммә һуңынан организм шул тиклем арый, һаулыҡ менән төрлө проблемалар башлана. Шуға күрә баланы үҙегеҙ теләгән түгел, ә ул яратҡан йүнәлеш буйынса ебәрегеҙ. Берәүме ул, икеме – кескәй үҙе һайлаһын. Һәм һәр саҡ уның эмоциональ хәлен күҙәтеп тороғоҙ. Әгәр балағыҙ ныҡ арый, мәктәптә артта ҡала башлай икән, тимәк, ҡайҙандыр артыҡ көсөргәнеш килә. Нимәнән икәнен билдәләргә һәм балаға ярҙам итергә кәрәк.

- Уртансы, юғары класс уҡыусыларының ата-әсәләренә ниндәй кәңәштерегеҙ булыр?

- Үҫмерҙәр ҙә мотлаҡ 8-9 сәғәт йоҡларға тейеш. Телефон ҡосаҡлап йоҡлаған баланың иртәнсәк йоҡоһо туйыуы икеле. Шулай уҡ үҫмерҙәрҙең наушниктарҙа йоҡлауына юл ҡуймағыҙ. Был ишетеү һәләте өсөн дә, мейе өсөн дә бик зыянлы. Үҫмерҙәрҙең нисек туҡланыуына иғтибар итегеҙ. Улар ҡайнар аш, бутҡалар, ит, йәшелсә-емеш ашарға тейеш. Юғиһә, үҫмерҙәр хәҙер тик пицца, роллы, чипсы һ.б. күсеп бөтөп бара. Бындай аҙыҡ үҫешкән организм өсөн бармай. Барыһын да тыйып булмай, әммә бала менән һөйләшеп ниндәйҙер уртаҡлыҡҡа килергә мөмкин. Үҫмерҙәрҙең компьютер, телефон артында ултырған ваҡытын контролдә тотоғоҙ. Сөнки баланың күреү һәләте насарая, төрлө нервы ҡуҙғыуы ла шунан килә.

- Үҫмерҙәргә ҡағылышлы ниндәй проблеманы әйтеп үтерһегеҙ?

- Балаларҙың вейптар (электрон тәмәке) ҡулланыуы. Был хаҡта “Һаҡмар” гәзитендә сығыш яһағайным инде. Әммә проблема бер ҡайҙа ла китмәне. Үҫмерҙәр араһында вейптар ҡулланған малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа бик күп. Вейптың тәмле еҫ сығарғанына алданмағыҙ. Уның составындағы никотин, ҡәҙимге тәмәкегә ҡарағанда, әллә күпмегә юғары икәнен белгестәр ҙә әйтә. Ә үҫмерҙәр ҡыҙыҡ күреп, уны бер туҡтауһыҙ ҡуллана. Уйлап ҡарағыҙ инде, бала көнөнә нисәмә ҡап тәмәке тартып бөтөрә. Илебеҙ буйынса вейптан ағыуланған балалар ҙа булып тора. Тик проблема, үкенескә ҡаршы, һаҡлана әле. Шуға күрә ата-әсәләргә иғтибарлы булырға, балалары менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, аңлатырға кәрәк.

- Эльвира Фәрит ҡыҙы, ата-әсәләргә тағы ниндәй теләктерегеҙ булыр?

- Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ, һаулыҡтарына иғтибарлы булығыҙ. Сөнки сәләмәт бала – уҡый ҙа ала, уңыштары менән дә һөйөндөрә. Яңы уҡыу йылы бәлә-ҡазаһыҙ, уңышлы үтһен.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Гүзәл Салихова әңгәмәһе.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: