Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
1 Сентябрь 2022, 14:40

Дөгө ярмаһының пластиктанмы, түгелме икәнлеген нисек асыҡларға?

Бөгөн дөгө ярмаһын пластиктан да эшләйҙәр икән, тигән һүҙ йөрөй. Ысынлап та шулаймы икән? Уны нисек тикшереп ҡарарға була теләйһегеҙме? Ул сағында түбәндәге мәғлүмәт һеҙҙең өсөн. Бындай дөгө бөтөнләй үк синтетиканан тормай, әлбиттә. Уның составында пластик ҡушылған картуф крахмалы бар. Был уға дөгөнөң формаһын тоторға ярҙам итә. Бер порция шундай дөгөнө ашау бер целлофан пакетты йотоуға тиң. Шуның өсөн дә дөгө ярмаһын алдан уҡ сифатын тикшереп ҡарағыҙ. Уның өсөн... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Дөгө ярмаһының пластиктанмы, түгелме икәнлеген нисек асыҡларға?

Бөгөн дөгө ярмаһын пластиктан да эшләйҙәр икән, тигән һүҙ йөрөй. Ысынлап та шулаймы икән? Уны нисек тикшереп ҡарарға була теләйһегеҙме? Ул сағында түбәндәге мәғлүмәт һеҙҙең өсөн.

Бындай дөгө бөтөнләй үк синтетиканан тормай, әлбиттә. Уның составында пластик ҡушылған картуф крахмалы бар. Был уға дөгөнөң формаһын тоторға ярҙам итә. Бер порция шундай дөгөнө ашау бер целлофан пакетты йотоуға тиң. Шуның өсөн дә дөгө ярмаһын алдан уҡ сифатын тикшереп ҡарағыҙ.

Һыу менән тикшереү – бер аш ҡалағы дөгө ярмаһын һыуыҡ һыу ҡойолған һауытҡа һалығыҙ. Бер аҙ ваҡыттан ул батһа – яҡшы сифатлы, әгәр өҫтә йөҙөп йөрөһә – һаҡ булығыҙ!

Ут менән – сифаты үтә лә насар булған дөгө ярмаһы шунда уҡ яна башлай һәм пластмасс эҫен сығара.

Төйөп ҡарау – яҡшы сифатлы дөгөнө төйгән саҡта ул онға әүереләсәк. Яһалма дөгө ярмаһы иҙелгәндә һарыраҡ төҫ бирә.

Күгәртеп ҡарау – дөгө ярмаһының хәүефһеҙ икәнлеген белгегеҙ килһә, уны яҡшы ябылған контейнерға һалып, йылы урынға ултыртығыҙ. Бер нисә көндән ул күгәреп сыҡһа – ҡурмайынса ашарға мөмкин. Кире осраҡта уны ташлаһағыҙ ҙа була.

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: