Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
31 Август 2022, 14:15

Ауыҙығыҙ кибеп, даими ашағы киләме?

Шәкәрҙе – аҡ үлем, тиҙәр. Уның, ысынлап та, зыянлы яҡтары ла бар. Ҡанда шәкәр күләме күпкә күтәрелеп китә икән, ул диабет ауырыуына килтерә. Шулай уҡ йөрәк-ҡан юлдары, бөйөрҙәр ауырыуҙарына килтереүе ихтимал. Организмда шәкәрҙең күп булыуын-булмауын түбәндәге ете билдә аша белергә мөмкин. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Шәкәрҙе – аҡ үлем, тиҙәр. Уның, ысынлап та, зыянлы яҡтары ла бар. Ҡанда шәкәр күләме күпкә күтәрелеп китә икән, ул диабет ауырыуына килтерә. Шулай уҡ йөрәк-ҡан юлдары, бөйөрҙәр ауырыуҙарына килтереүе ихтимал. Организмда шәкәрҙең күп булыуын-булмауын түбәндәге ете билдә аша белергә мөмкин.

Һәр ваҡыт ашағың киләме?

Составында шәкәр күп булған аҙыҡ-түлекте артыҡ йыш ҡулланаһың икән, ҡанда глюкоза күләме лә арта. Һөҙөмтәлә ул күҙәнәктәргә үтеп инә алмай башлай. Шуның арҡаһында организм үҙенә кәрәк булған энергияны алыу өсөн һәр ваҡыт ашап тороуҙы талап итә. Бының һимереүгә лә килтереүе мөмкин.

Үҙеңдә хәлһеҙлек тояһыңмы?

Ҡанда шәкәр артҡас, организм глюкозаны дөрөҫ итеп һаҡлау һәм эшкәртеү һәләтен юғалта. Һөҙөмтәлә кешелә хәлһеҙлек тә барлыҡҡа килә.

Бәҙрәфкә йыш йөрөйһөңмө?

Ҡанда шәкәр күләме артһа, бөйөрҙәр шыйыҡлыҡты тейешле дәрәҗәлә эшкәртә алмай. Һөҙөмтәлә организм ҡанды күҙәнәк тирәһендәге шыйыҡлыҡ менән иретә. Был иһә бәҙрәфкә йыш йөрөтә.

Йоғошло сир килеп сыҡтымы?

Ҡанда шәкәрҙең күп булыуы бактерийҙар үрсетеүенә килтерә. Шул сәбәпле ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла, ирҙәрҙә лә һейҙек юлдарында төрлө инфекциялар барлыҡҡа килә.

Ауыҙ кибәме?

Гел генә һыуһап, эскегеҙ килеп, ауыҙығыҙ кибә икән – борсолорға урын бар. Тимәк, шәкәрҙе күп ҡулланаһығыҙ. Был диабет ауырыуының тәүге билдәләре.

Организмдағы һыу балансын нормаға килтереү өсөн газһыз һыу эсергә кәңәш ителә.

Тәнең ҡоромо?

Тәнегеҙ кибеп, ҡысыта икән, шәкәрҙе күп ҡулланыуығыҙ тураһында һөйләй. Шунлыҡтан тиҙ арала тейешле анализдар биреп, врачҡа күренергә кәрәк.

Иғтибарһыҙлыҡ көсәйҙеме?

Организмда шәкәр күп булғанда глюкоза күҙәнәктәргә үтеп керә алмай тип алдараҡ әйттек инде. Шунлыҡтан глюкоза баш мейеһе күҙәнәктәренә лә ауыр керә. Шуға бәйле кеше әкрен уйлай, ҡарарҙы ла тиҙ ҡабул итә алмай.

 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: