-28 °С
Болотло
Врачтар бөгөн күп кешеләрҙең йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуы менән һәләк булыуын белдерә. Шуның өсөн дә уға ҙур иғтибар биреү мотлаҡ. Һеҙгә ҡан тамырҙарын нығытыуға бәйле бер-нисә ысул тәҡдим итәбеҙ.
1 сәй ҡалағы лимон һуты, бал һәм көнбағыш майы алып иртәнсәк ас ҡарынға эсегеҙ. Дауаланыу курсы – 10 көн.
1 сәй ҡалағы балға ярты лимон һутын өҫтәп, 3/4 өлөш ҡайнап һыуынған (йылы килеш) һыу ҡойорға. Йоҡлар алдынан 10 көн эсергә.
Ит турғаыс аша 2 лимонды үткәрегеҙ һәм уға 2 аш ҡалағы бал ҡушып, яҡшылап болғатығыҙ. Быяла һауыттарға ҡойоп, бер тәүлек төнәтергә ултыртырға. Ашар алдынан 2-3 сәй ҡалағы эсергә.
Иғтибар! Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.