Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Август 2022, 14:35

Ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң шифаһы ҙур

Ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң кеше организмы өсөн файҙаһы бик ҙур. Унда бик күп туҡлыҡлы матдәләр бар. Тик шуныһы мөһим – сөгөлдөрҙөң ҡуйы ҡыҙыл төҫлөһөн алырға кәрәк. Мәҫәлән, бауырҙы таҙартыу өсөн... Тулыраҡ: 

Ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң кеше организмы өсөн файҙаһы бик ҙур. Унда бик күп туҡлыҡлы матдәләр бар. Тик шуныһы мөһим – сөгөлдөрҙөң ҡуйы ҡыҙыл төҫлөһөн алырға кәрәк.

Ҡыуаҡтан ҡотолоу өсөн – 3 литрлыҡ банкаға 1,5 литр һыуыҡ һыу ҡойоп, ваҡлап туралған сөгөлдөрҙө һалырға. Бер тәүлек шулай ултырғандан һуң, әҙерәк йылы һыу өҫтәп, шул һыу менән сәсегеҙҙе сайҡатығыҙ.

Мастопатия – уртаса бер сөгөлдөрҙө бешерергә һәм ҡырғыс аша үткәрергә. Массаға 1 аш ҡалағы алма һеркәһен ҡушып болғатырға. Уны йылы килеш ауыртҡан күкрәккә 5-10 минутҡа ҡуйырға.

Гайморит – сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрергә һәм уның һутын һығып алырға. Мамыҡты мансып алып 10 минутҡа тәүҙә танауҙың бер яғына, һуңынан икенсе яғына һалырға. Өс көн шулай ҡабатларға кәрәк.

Тымауҙан ҡотолоу өсөн яңы ғына һығып алынған сөгөлдөр һутын 2-3 тамсы танауға тамыҙырға.

Бауырығыҙ ауыртһа – 3 сөгөлдөрҙө йыуып, шаҡмаҡтарға турарға һәм 3 литрлыҡ банкаға тултырырға. 2 аш ҡалағы бойҙай оно, 500 г шәкәр өҫтәргә. Банканы полиэтилен ҡапҡас менән ябып, 2 тәүлеккә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Көнөнә ике тапҡыр болғатып торорға.

Артабан таҙартылған, төшөмһөҙ һәм һөйәкһеҙ 700 г йөҙөм, 4 стакан шәкәр, 1/2 стакан һыу һыу һалып әсетер өсөн 7 тәүлеккә ултыртырға. Көнөнә 1 тапҡыр болғатырға. Һуңынан сөгөлдөр квасын һарҡытып алырға, беҙҙең 1 литр һут килеп сыға. Дауаланыу курсы өсөн 3 литр сөгөлдөр квасы кәрәк. Уны ашар алдынан көнөнә 3 тапҡыр 1 аш ҡалағы әсергә. 3 ай туҡтап, ял иткәндән һуң, тағы ла бер курс дауаланыуҙы үтергә кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, бер йылдан бауыр тулыһынса һауығасаҡ.

Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: