+21 °С
Облачно
Йоҡлай алмайһығыҙмы?
Был осраҡта ла һеҙгә мәтрүшкә ярҙам итер. Тик һарыһы түгел, зәңгәре. Бер аш ҡалағы ҡоро мәтрүшкәгә 1 стакан һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға һәм уны тағы ла 10-15 минут утта тоторға. Һуңынан һөҙөп алырға. Йоҡлар алдынан эсергә кәңәш ителә. Уға бал ҡушырға ла мөмкин. Хәлһеҙлек йонсотҡанда уға йәшел сәй ҡушырға мөмкин. Йыш ҡына көйһөҙләнгән балаға ла мәтрүшкә сәйе эсерәләр.
Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә, сикләүҙәр булыуы ихтимал.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.