+23 °С
Облачно
Бының өсөн:
биш ҡалаҡ геркулес ярмаһы,
биш ҡалаҡ һыу,
бер ҡалаҡ һөт йәки бер балғалаҡ һөт өҫтө,
бер балғалаҡ бал,
биш сәтләүек кәрәк була.
Әҙерләү:
Төндән биш ҡалаҡ геркулес ярмаһына биш ҡалаҡ ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп ултыртабыҙ (иртән дә эшләргә мөмкин, тик 15-20 минут тороп өлгөрһөн). Иртән уға бер ҡалаҡ һөттө, балды биш грек йә фундук сәтләүеген ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Аҙыҡты ентекләп сәйнәп йоторға кәрәк. Өс сәғәт дауамында башҡа төрлө ризыҡ ашамаҫҡа, эсмәҫкә. Тәғәйен ваҡыт үткәс, нимә теләйһегеҙ шуны ашарға мөмкин.
Сығанаҡ:https://vk.com/feed?section=likes&w=wall-33711741_17414