

Ярты литр ирегән балға 1 балғалаҡ ҡоро гәрсис менән 3 аш ҡалағы иретелгән хайуан (һарыҡтыҡы яҡшыраҡ) майын ҡушып болғатырға. Был май менән һыҙлаған урынды ыуып, төрөп ҡуйығыҙ. Был процедураны 2 аҙна дауамында ҡабатлағыҙ.
Һары акация, баҫыу ҡырҡбыуыны, бауырһаҡ (спорыш) үләне, йүкә сәскәһе, сирен сәскәһе, энәлек емеше, үгәй инә үләне, бөтнөк, ҡанүлән, ҡара ҡарағат япрағы, урман еләге япрағы, ҡурай еләге япрағын бер кимәлдә алып сәй ҡатнашмаһы әҙерләргә. Был сәйҙе бешереп, баллап эсергә.
Йәй ҡаҙаяҡ һәм ҡурай еләге япрағын күпләп киптереп ҡуйығыҙ. Унан кәстрүлгә 5 литр һыу ҡойоп, 2 стакан кипкән үлән ҡатнашмаһын һалып, ҡайнатығыҙ. Унан һөҙөп, ваннаға һалығыҙ. Был төнәтмәнән эшләнгән ваннала 15-20 минут ятығыҙ. Унан ныҡ итеп һөртөнөгөҙ ҙә төрөнөп ятығыҙ. Ошолай рәүешле 3 аҙна ҡабатлаһағыҙ үкенмәҫһегеҙ!
Һау-сәләмәт булығыҙ!