Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор

Дегәнәк кистаны бөтөрә

Халыҡ медицинаһында  дегәнәктең яңы өҙөлгән япрағы менән  төрлө кисталарҙы  уңышлы дауалайҙар. Дегәнәк  бөйөрҙәге,  ҡатын-ҡыҙҙарҙа  аналыҡ ятҡылығындағы һәм күкәйлек биҙҙәрендәге  кисталарҙы бөтөрә. Дегенәк һуты менән дауаланыу  оҙайлы һәм сабырлыҡ талап итә, әммә, ҡағиҙә булараҡ,  кистанан мәңгелеккә ҡотолорға ярҙам итә.

 Бының өсөн дегәнәктең йәш япраҡтарын (август ­ һуңғы  срок) йыуып, ит үткәргес аша үткәрергә, һутын һығып, быяла банкағо ҡойоп, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Уны бер көнөн дә ҡалдырмай, түбәндәге схема буйынса эсергә кәрәк:

1-се һәм 2-се көн – көнөнә ике тапҡыр берәр балғалаҡ, 3-сө һәм 4-се көн  һәм артабан – көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ. Дауаланыу курсы – бер ай. Бер ай эсендә киста бөтмәһә, дауаланыу курсын ҡабатларға тура килер. Бөтәһе өс тапҡыр ҡабатларға ярай, әммә улар араһында берәр ай ял итеп алыу кәрәк.

Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ!

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас