Тубыҡтар һыҙлаймы?

  Халыҡ медицинаһы ярҙамға килер! ✅ Керән япрағын ҡайнар һыуға тығып алығыҙ. Унан 2-3 сәғәткә тубыҡтарығыҙға һалып тороғоҙ. Керән япрағы тоҙҙо яҡшы һура. Шуға ла оҙаҡламай һыҙланыу баҫылып ҡалыр. Дауаланыу курсы – 7 көн. ✅ Әгәп аяҡтағы быуындар травмаланһа, төнгөлөккә кер һабыны иҙмәһе

Тубыҡтар һыҙлаймы?Тубыҡтар һыҙлаймы?
Тубыҡтар һыҙлаймы?

 

Халыҡ медицинаһы ярҙамға килер!

✅ Керән япрағын ҡайнар һыуға тығып алығыҙ. Унан 2-3 сәғәткә тубыҡтарығыҙға һалып тороғоҙ.
Керән япрағы тоҙҙо яҡшы һура. Шуға ла оҙаҡламай һыҙланыу баҫылып ҡалыр. Дауаланыу курсы – 7 көн.

✅ Әгәп аяҡтағы быуындар травмаланһа, төнгөлөккә кер һабыны иҙмәһе менән компресс эшләгеҙ.

✅ Шулай уҡ денатурат менән керосинды тигеҙ күләмдә алып, быяла банкаға ҡойоғоҙ. Шунда уҡ 3-4 ҡуҙаҡ әсе борос төшөрөгөҙ. Банканың ҡапҡасын нығытып ҡуйығыҙ ҙа ҡараңғы һәм йылы урында бер ай төнәтегеҙ.
Килеп сыҡҡан төнәтмәне иртәле-кисле (көндөҙ ҙә мөмкин) бер ай дауамында һыҙлаған быуынығыҙға һөртөгөҙ.
Унан йөн туҡыма менән төрөп ҡуйығыҙ. Дауаланыу курсы ― һыҙлауы баҫылғансы.

📍Иҙмәне ҡулланыр алдынан һелкетеп алығыҙ!

Һау-сәләмәт булығыҙ! Аяҡтарығыҙҙағы еңеллек һеҙҙе һөйөндөрһөн!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас