Һаҡмар
-2 °С
Облачно
Антитеррор

Быуындарың һыҙлаймы?

Күптәребеҙгә таныш булған тубыҡтар, елкә, терһәк буйҙары һыҙлауы күберәк бер урында оҙаҡ ултырып, компьютер артында эшләүселәрҙе борсой һәм нимә менән баҫырға был ауыртыуҙы тип аптырап ҡалабыҙ. Ошо ваҡытта һеҙгә ябай ғына ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән торған рецепт ярҙам итер. Уның өсөн... Тулыраҡ:

Добавить в предпочтительные источники Google

Һөйәктәр һыҙлауынан

Күптәребеҙгә таныш булған тубыҡтар, елкә, терһәк буйҙары һыҙлауы күберәк бер урында оҙаҡ ултырып, компьютер артында эшләүселәрҙе борсой һәм нимә менән баҫырға был ауыртыуҙы тип аптырап ҡалабыҙ.

Ошо ваҡытта һеҙгә ябай ғына ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән торған рецепт ярҙам итер. Уның өсөн

— 1 аш ҡалағы бал;

— 1 аш ҡалағы гәрсис үҫемлеге (горчица острая);

— 1 аш ҡалағы ваҡ тоҙ;

— 1 аш ҡалағы һыу.

Әҙерләү: ошо ингредиенттарҙы яҡшы итеп болғатабыҙ һәм ҡапҡаслы һауытҡа һалабыҙ. Дауалы шыйыҡса ҡулланыуға әҙер!

Әҙер массаны һыуытҡыста 5—6 көн һаҡларға була.

Бер ҡыйынлығы ла юҡ, ә файҙаһы беренсе һөртөүҙән үк ярҙам итә. Был дауаны һыҙлаған урындарға һыларға һәм өҫтөнә полиэтилен киҫәге ҡаплап йылы итеп урап, бәйләп, бер сәғәт - сәғәт ярым тоторға була.

Был процедураны йоҡо алдынан башҡарыу тағы ла яҡшыраҡ сифат бирер.

Тейешле ваҡыттан һуң йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.

4—5 тапҡыр эшләгәндән һуң һыҙланыуҙарығыҙҙы оноторһоғоҙ!

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева