+21 °С
Дождь


Транспорт двигателһеҙ йөрөй алмаған кеүек кеше лә йөрәкһеҙ йәшәй алмай. Шуға ла йөрәкте үҙ мәлендә туҡландырып, нығытып торорға тейешбеҙ.
Йөрәк эшмәкәрлеген нығытып торған бер рецепт менән уртаҡлашып китмәксебеҙ.
Бының өсөн 1 стакан мүк еләген йыуып киптергәндән һуң ағас ҡалаҡ менән иҙәбеҙ. Иҙмәгә берәр аш ҡалағы бал менән ваҡланған грек сәтләүеген, 0,5 кг һөйәкһеҙ йөҙөм ҡушабыҙ.
Әҙер ҡатнашманы яҡшылап бутап, ҡараңғы урынға ике аҙналай ултыртып ҡуябыҙ.
Десерт ҡалағы менән ас ҡарынға ҡабул итәбеҙ.