Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор

Арҡаң ауыртыуы баҫылыр

Йәй көнө, айырыуса эҫе булғанда тәҙрә-ишектәрҙе асып кеше үтәләй ел (сквозняк) барлыҡҡа килтерә. Бынан һуң ауырыуға ла күп ҡалмай. Арҡа ауырта, йүтәл ҡаҡшата. Был еңел генә рецептар арҡа ауыртыуынан ҡотолорға ярҙам итер.

Арҡаң ауыртыуы баҫылырАрҡаң ауыртыуы баҫылыр
Арҡаң ауыртыуы баҫылыр

Лaвp майы

Ваҡ итеп туралған лавр япрағын 1 аш ҡалағы алып, 1 стакан зәйтүн (оливкoе) майына һалабыҙ һәм йылы урында 15 көн төнәтәбеҙ. 

Әҙер майҙы арҡаның ауыртҡан еренә һөртөп, йылы итеп төрөнөп ятырға кәрәк булыр. 

Төнәтмә

1 балғалаҡ онталған лавр япрағын 1,5 стакан ҡайнар һыу менән бешерәбеҙ. Унан термосҡа бушатып, 4 сәғәт төнәтәбеҙ. Аҙаҡ һөҙөп алабыҙ һәм әҙер төнәтмәне 12 сәғәт дауамында әҙ-әҙ йотоп эсеп бөтөргә. Дауаланыу курсы 4 көн. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас