Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Июня 2022, 11:35

Күҙегеҙ томаланып киттеме?

Был осраҡта һеҙгә түбәндәге халыҡ медицинаһы ярҙамға килер. Уның өсөн кейәү үләне (чабрец) алалар. Уны ҡанүләне, тип тә атайҙар.

Был осраҡта һеҙгә түбәндәге халыҡ медицинаһы ярҙамға килер. Уның өсөн кейәү үләне (чабрец) алалар. Уны ҡанүләне, тип тә атайҙар. Ул катаракта менән яфаланғандар өсөн дә яҡшы. 

1 аш ҡалағы ваҡланған кейәү үләне өҫтөнә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер ни тиклем ваҡытҡа ҡаплап ултыртып торорға кәрәк. 

Ҡанүлән витаминдарға бай. Ундағы А һәм В витамины күҙ өсөн бик тә бик файҙалы. 

Һыуытҡыста һаҡланған төнәтмәне көнөнә 2 тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә. Дауаланыу курсы — тәнәтмә бөткәнсе. 
Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, сикләүҙәр булыуы ихтимал.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас