Ҡарағай тубырсыҡтары һәм шәкәрҙән эшләнгән сиропты халыҡ медицинаһында йыш ҡулланалар:
1. Организмдың һаҡлау үҙенсәлектәрен күтәрә;
2. Ревматизм һәм подаграла ҡулланыла;
матдәләр алмашыныуы боҙолғанда;
3. Һыуыҡ үткәргәндә;
4. Тын алыу органдары сирләгәндә;
5. Дөйөм әйткәндә иммунитетты нығытыу өсөн беренсе ярҙамсы булып тора.
Сироп яҙғы көндәрҙә файҙаһы күберәк булһа ла, йыл әйләнәһенә ҡулланырға була. Был натураль сироп аллергия булдырмай һәм бәләкәй балалар ярата.
6. Яҙғы хәлһеҙлек, һыуыҡ үтеү,вирус йоҡтороу сирҙәренән һаҡланыр өсөн, көн һайын сиропты иртәле -кисле ике аҙна дауамында ҡабул итергә кәрәк.
Нисек эшләргә?
Йыуып, киптерелгән тубырсыҡтарҙы өс литрлыҡ банкаға тултырабыҙ ҙа, өҫтөнә шәкәр һалабыҙ. Һелкетеп - һелкетеп алабыҙ. 1 кг шәкәр китә. Һыу ҡоймайбыҙ. Шуны ҡояшлы урынға сентябрь урталарына тиклем ултыртып ҡуябыҙ. Һөҙөп алып, холодильникта һаҡлайбыҙ. Мин быйыл 1 л банкаға тубырсыҡ тултырып бал менән дә эшләп ҡараным.
Гөлфиә Мөхәмәтдинова сәхифәһенән.