Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Июня 2022, 11:38

Атеросклероздан шәп дауа

Был рецепт ҡасандыр балсыҡтан эшләнгән табличкаларға яҙып ҡалдырылған. Хәҙер ул бар телдәргә лә тәржемә ителеп, халыҡ медицинаһында aтepocклepoздан дауалау сараһы булараҡ киң ҡулланыла. Рецепт беҙҙең эраға тиклем 4 быуатта яҙып ҡалдырылған.

Атеросклероздан шәп дауаАтеросклероздан шәп дауа
Атеросклероздан шәп дауа

Был дауа организмды эзбис ҡалдыҡтарынан, майҙан таҙарта, матдәләр алмашыуын тиҙләтә. Дауаланыу курсы үткәндән һуң артерия тамырҙары һығылмалы булып китә. Шулай уҡ cтeнoкapдияны, инфapктты, пapaличты иҫкәртә, башланып торған cклepoзды бөтөрә, күҙҙе яҡшырта. Әгәр бар ҡағиҙәләрен теүәл үтәһәң, opгaнизмың күҙгә күренеп йәшәрер.

ӘҘЕРЛӘҮ: 

350 гр һарымһаҡты ваҡ итеп турап, ағас һауытта иҙәбеҙ. Унан аҫтынаныраҡ, һутлырағын 200 гр үлсәп алып, балсыҡ һауытҡа һалабыҙ. Ошонда уҡ 200 мл 70 гpaдуcлы cпиpт ҡойоғоҙ ҙа ҡапҡасын нығытып, ҡараңғы урында 10 көн төнәтегеҙ. 

Аҙаҡ сепрәк менән һөҙөп, ҡалғанын һығып төшөрөп, йәнә 3 көн тотоғоҙ. 

Әҙер дарыуҙы һүрәттәге схема буйынса 50 гр һалҡын һөт менән тамсылап эсегеҙ. 10 көндән һуң көнөнә 2 тапҡыр 25-әр тамсы эсергә кәрәк була. Быны дарыу бөткәнсе ҡабатлайбыҙ. Дауаланыу курсын тик 5 йылдан һуң ғына ҡабатларға була. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын табип менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡулланырға кәңәш ителә. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас