

Егетем менән ике йыл осраштыҡ. Ул минең ғүмерлек мөхәббәтем тип уйлай инем. Хатта киләсәгебеҙҙе күҙаллап, төндәрен йоҡлай алмай ята торғайным. Балалар баҡсаһынан дуҫлашҡан әхирәтемә ул оҡшаманы. “Ышанма һин уға”,-тип йыш әйтә башлағас, баласаҡ дуҫымдан баш тарттым. Егетем: “Дөрөҫ эшләйһең, ул беҙҙең бәхетебеҙгә көнләшә”,-тине. Кисә әхирәтем мине кафеға саҡырҙы. Теләр-теләмәҫ кенә барҙым. Ул миңә социаль селтәрҙәге диуарын асып һалды һәм егетемдең уға яҙған смс-хәбәрҙәрен күрһәтте. Ғүмерлек йәрем тип йөрөгән кешем бөгөн үк мине ташларға әҙер икәнлеген көн дә белдергән, әхирәтемде бергә булырға өндәгән. “Хәҙер киләсәк”,-тине ул. Һәм ысынлап та минең һөйгәнем кафеға атлығып килеп инде. Тик минең менән түгел, ә әхирәтем менән осрашыуға. Бына шулай, егеттәр, һеҙҙе аҡылға ултыртҡан ҡыҙҙар дуҫлығы ла була.
Әлфирә.