

“Хыялым – табиптар сафына баҫыу...”
Дауаханала эшләгән кешеләргә сабырлыҡ бирһен, тип уйлайым һәр саҡ. Көн һайын тик ауырыған-һыҙланған кешеләрҙе күреү, уларҙы тейешле кимәлдә хеҙмәтләндереү, һәр үтенесен үтәргә тырышыу... Ә инде балалар консультацияһына барып инһәң, һине илашҡан-ҡысҡырышҡан бәпестәр тауышы ҡаршы ала. Ҡайһы саҡта йыйылып киткән сират та үҙәгеңә үтә, балаңды табипҡа йәһәтерәк күрһәтеп, был урындан китеү яғын ғына ҡарайһың.
Әсәйҙәрҙең һорауҙарына сабыр йылмайып яуап биргән был ҡыҙ иғтибарымды шунда уҡ йәлеп иткәйне. Һәр әсә өсөн балаһы иң ғәзизе. Шуға күрә бер кем дә регистратурала ла, табипҡа ла сиратта оҙағыраҡ торорға теләмәй. Шундай саҡта төрлө хәлдәр, хатта әр-битәр тыуып ҡуя. Рәмзилә Йосопова һәр әсәне тыңлап та, уларға яуап биреп тә, медкарточкаларҙы табып та өлгөрә. Ата-әсәләрҙең тауыш күтәргәнен дә сабырлығы һәм ихласлығы менән еңә. Шуға күрә бында килгән әсәләр Рәмзилә Рәил ҡыҙын ихтирам итә һәм уға рәхмәттәрен белдерә.
Рәмзилә – Баймаҡ ҡыҙы. “Күбәләк” балалар баҡсаһында юғары категориялы тәрбиәсе Әлфиә Фәйзуллинаның төркөмөнә йөрөй. Тәрбиәсе кескәйҙең һүрәттәр төшөрөргә әүәҫ икәнлеген күрә һәм был һәләтен был һәләтен үҫтерергә ярҙам итә. Рәмзилә әле лә һүрәттәр эшләү менән мауыға. Тырыш ҡыҙ 2-се мәктәпте яҡшы тамамлай һәм Сибай медицина колледжына юл ала. Бында массаж яһаусы һөнәрен үҙләштерә. Әлеге ваҡытта балалар консультацияһында регистратурала эшләй.
Эше буйынса илаҡ кескәйҙәрҙе көн дә күрһә лә, Рәмзилә балаларҙы бик ярата. Быйыл ул күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға уйлай. Ул – артабан белем алыу, табип булып тыуған яҡтарына ҡайтыу. Рәмзилә медицина университетына уҡырға инеп, кардиолог булырға хыяллана.
Ҡыҙы бар яҡты уй-теләктәре менән әсәһе – Гөлсәсәк Йосопова менән уртаҡлаша. Әйткәндәй, Гөлсәсәк апай ҙа балалар консультацияһында оҙайлы йылдар эшләй. Мөләйем, һәр кемгә иғтибарлы, кешелекле-кеселекле апайҙы барыһы ла ихтирам итә. Гөлсәсәк апай Рәмзиләгә ныҡлы терәк булып, уны иң юғары маҡсаттарға өлгәшергә өндәй һәм көс бирә.
”Кешеләрҙе һауыҡтырыу, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу – изге эш. Мин янымда йөрөгән табиптарҙың көндәлек хеҙмәтенә бик һоҡланам. Үҙем дә улар сафына баҫырға хыялланам”,-тип эскерһеҙ хыялдары менән уртаҡлаша ҡыҙ.
Рәмзиләнең изге ниәттәре тормошҡа ашһын! Быйыл уның медицина университеты студенты булып китеүен бар күңелдән теләйбеҙ. Киләсәктә билдәле табип, кардиолог Рәмзилә Йосопова тигән исем яңғырар, ул республикабыҙ, илебеҙ һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур өлөш индерер тип ышанабыҙ.
Гүзәл Салихова.