Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор

Һағыҙаҡ йә бал ҡорто саҡһа нимә эшләргә?

Һағыҙаҡ сағыуы күпкә хәүефле. Сөнки улар тешләгән ваҡытта тәнгә ағыу бүлеп сығара.

Һағыҙаҡ йәиһә бал ҡорто саҡҡанда  дөрөҫ итеп беренсе ярҙам күрһәтеү мөһим. Тәүҙә һағыҙаҡтың ҡаяуын тартып алырға кәрәк. Был урынды һабын менән йыуырға онотмағыҙ. Һуңынан һалҡын компресс йәиһә календула төнәтмәһенә мансылған мамыҡ  һалығыҙ. Зиртек, супрастин, фенистил, кларистин кеүек дарыуҙар эсерегеҙ.

Халыҡ дауаһына ҡарағанда, ул урындарға уртаға ҡырҡылған сей картуф, помидор киҫәген ҡуйырға мөмкин.  Тупраҡ һибергә ярамай, уның инфекция индереүе ихтимал. Шулай уҡ халыҡ медицинаһы сағылғас та бер аҙ араҡы эсергә кәңәш итә. Уның файҙаһы бик ҙур булыуы һыналған. 

Әгәр ҙә һағыҙаҡ  ауыҙҙан, биттән йәиһә баштан саҡһа, мотлаҡ “Ашығыс ярҙам”  хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.  Сөнки был  осраҡта кешенең тыны ҡыҫылыуы мөмкин.  Бит шешенә башлаһа, баш әйләнһә, күңел болғанһа, уҡшытһа, тын алыуы ауырлашһа, күкрәк тәңгәлендә ауыртыу барлыҡҡа килһә, тәндең төрлө өлөштәре сәбертеп сыҡһа ла “Ашығыс ярҙам” саҡырығыҙ.

Фото интернеттан алынды.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас