Һаҡ булығыҙ - талпан!

Талпандар ҡурҡыныслы булып һаналған боррелиоз һәм энцефалит ауырыуҙарын тарата. Республикала 4 меңдән ашыу кеше талпандан зыян күргән...

Һаҡ булығыҙ - талпан!Һаҡ булығыҙ - талпан!
Һаҡ булығыҙ - талпан!

Роспоребнадзорҙың бөгөнгөгә тиклемге мәғлүмәттәренә ҡарағанда республикала 4195 кеше талпандан зыян күргән. Шуларҙың 1479-ы – балалар. Был башҡа йылдапрҙағы күрһәткестәргә ҡарағанда юғары түгел. Йыл башынан талпан энцефалитынан 22 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан. Тағы 36 мең кешегә прививка яһау ҡаралған. 1204,1 гектар ер талпандан эшкәртелгән.

Талпандар ҡурҡыныслы булып һаналған боррелиоз һәм энцефалит ауырыуҙарын тарата. Талпан тешләгән осраҡта инфекция йоҡтороу-йоҡтормауҙы тикшереү өсөн анализ тапшырырға кәрәк.

Кешеләр үҙҙәре лә талпандан һаҡланып өйрәнергә тейеш. Урман-ҡырҙарға сыҡҡанда башығыҙға кейегеҙ, тәнегеҙҙең асыҡ өлөштәре әҙерәк булһын. Шулай уҡ сәғәт һайын өҫтөгөҙҙө ҡарағыҙ. Талпанға ҡаршы ҡулланылған төрлө спрейҙарҙы ла һиптереү яҡшы һөҙөмтә бирер.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас