Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор

Муйынға ултырған тоҙҙан нисек ҡотолорға?

Муйындағы тоҙ ҡатламын умыртҡа һөйәгенең муйын бүлеге остеохондрозы, тип атайҙар. Умыртҡа һөйәгенең был өлөшө организм өсөн бик мөһим. Ул муйын тирәһе, бит, баш һөйәге һәм муйын туҡымаларын туйындырыусы ҡан тамырҙарын һәм нервыларҙың тупланған урыны булып тора. Нервы остары ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә баш ауыртыуы, аяҡ-ҡулдарҙың ойоуы, мускулдарҙың зәғифләнеүе, тиҙ арыу кеүек ауыртыныуҙар, һыҙланыуҙар башлана. Муйындағы тоҙҙо сығарыу өсөн кәрәк була:

Муйынға ултырған тоҙҙан нисек ҡотолорға?

Муйындағы тоҙ ҡатламын умыртҡа һөйәгенең муйын бүлеге остеохондрозы, тип атайҙар. Умыртҡа һөйәгенең был өлөшө организм өсөн бик мөһим. Ул муйын тирәһе, бит, баш һөйәге һәм муйын туҡымаларын туйындырыусы ҡан тамырҙарын һәм нервыларҙың тупланған урыны булып тора.

Нервы остары ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә баш ауыртыуы, аяҡ-ҡулдарҙың ойоуы, мускулдарҙың зәғифләнеүе, тиҙ арыу кеүек ауыртыныуҙар, һыҙланыуҙар башлана.

Муйындағы тоҙҙо сығарыу өсөн кәрәк була: 1 картуф, бал, аҡ шыршы (пихта) майы. 1:1 күләмендә картуфты ваҡ ҡырғыстан үткәреп, бал менән яҡшылап бутарға. Килеп сыҡҡан массаны елкә, муйын тирәһенә һөртөп, йылы итеп урарға һәм 2 сәғәткә ҡалдырырға. Һуңынан йылы һыу менән һөртөп алырға һәм аҡ шыршы майы һөртөгөҙ. Был процедураны 7-10 көн эшләргә.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас