+20 °С
Облачно
Ҡолағың шаулаһа
Был халыҡ медицинаһы ҡолаҡ шаулағанда бик файҙалы, хатта хәтерҙе лә яҡшырта.
Был бальзамды әҙерләү өсөн 100 гр һарымһаҡты ике тапҡыр ит турағыс аша үткәрергә кәрәк. 1 стакан араҡы, 50 гр бал һәм 30 мл 20 процентлы прополис төнәтмәһен ҡушырға. Барыһын да бергә яҡшылап болғатырға һәм 10 көнгә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Көнөнә 3 тапҡыр, ашар алдынан ярты сәғәт алда, ярты сәй ҡалағы эсергә.
Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшегеҙ, сикләүҙәр булыуы ихтимал.
Фото интернеттан алынды.