Тәүге медицина ярҙамын күрһәтә беләһегеҙме?
Ҡапыл ғына кемгәлер ашығыс медицина ярҙамы талап ителде икән, ти. Бындай осраҡта кешенең башына ниндәй уй килә? Дөрөҫ, ул “Ашығыс ярҙам” телефон һандарын йыйырға ашыға. Ҡайһы бер осраҡта минут түгел, секунд һанаулы, алтынға тиң ваҡыттар була. Был осраҡта бәләгә тарыған кешегә тәүге ярҙам күрһәтә алаһығыҙмы? Әгәр ҙә ул өшөгән йәки һөрөм газынан ағыуланған булһа нимә эшләр инегеҙ? Йылан саҡһа йәки араҡынан ағыуланһа? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп беҙ Баймаҡ ҡалаһындағы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте фельдшеры Гөлсөм Сафинаға мөрәжәғәт иттек.
- Гөлсөм Шәрифйән ҡыҙы, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, аҙна һайын һеҙгә 250-300 кеше медицина ярҙамы күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Өҫтәүенә, беҙҙең район да ҙур ғына, төпкөл ауылдарға ла саҡырыу алаһығыҙ. Нисек өлгөрәһегеҙ?
- Ысынлап та, йылдан-йыл был күрһәткес арта бара. Һуңғы йылдарҙа килеп сыҡҡан коронавирус та быға булышлыҡ итте. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, инфаркт һәм инсульт кисергән, шулай уҡ ҡан баҫымының күтәрелеүенән, киҫкен респиратор вируслы инфекциянан яфаланыусыларҙан күп саҡырыу алабыҙ.
“Ашығыс ярҙам”ға шылтыратыусы диспетчерҙың һорауҙарына аныҡ һәм тулы яуап бирергә тейеш. Хеҙмәтләндереү зонаһы киңәйҙе, шунлыҡтан был тиҙерәк адресты табырға һәм ауырыуға дөрөҫ һәм сифатлы ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк. Беҙ кешеләргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтәбеҙ, дауаланыу курсы тәғәйенләмәйбеҙ, ауырығанлыҡ ҡағыҙы бирмәйбеҙ, суд-медицина экспертизаһын эшләмәйбеҙ.
- Юҡ ҡына диагноз менән дә һеҙҙе борсоусылар бармы?
- Ундай осраҡтар ҙа булып тора. Ҡайһы берәүҙәр, әйтәйек иҫеректәр, ҡан баҫымын үлсәтер өсөн генә лә, башы ауыртһа ла тәүлегенә 2-3 тапҡыр саҡырта. Ә үҙҙәре дауаханаға барыуҙан баш тарта. Беҙ тәүге медицина ярҙамы ғына күрһәткәнде аңлап бөтмәйҙәр. Бәлки, тап шул минутта икенселәргә ашығыс медицина ярҙамы талап ителәлер? Был хаҡта улар уйлап та бирмәй.
- Интернет селтәрендә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре өйгә ингәндә аяҡ кейемдәрен дә сисмәй, тип дәғүә белдереүселәр бар...
- Беҙҙе саҡырталар икән, уларҙан ҡаршы алыуҙарын һорайбыҙ. Сөнки шәхси йортта йәшәүселәрҙең этен бәйләмәгән осраҡтар ҙа була. Бынан тыш урамдарҙың исеме, өйҙәрҙең һаны күрһәтелмәүе лә ауырыуға ваҡытында барып етеүгә тотҡарлыҡ яһай. Ә инде тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында, аяҡ кейемен сисеү беҙҙән талап ителмәй.
- “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡыртып та һеҙгә ташланған осраҡтар буламы?
- Йыш булмаһа ла, бар. Ҡайһы ваҡыт ауырыуҙы ҡарарға ла мөмкинлек бирмәй, беҙҙе мәшәҡәтләп, янап, әрләп эргәлә уралалар. Ғәҙәттә, улар иҫерткес эсемлек шауҡымында була. Ҡайһы осраҡта шундай хаталы фекер йөрөтөүселәр бар: йәнәһе лә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте саҡыртһаң мотлаҡ дауаханаға һалалар, үҙең барһаң - юҡ. “Мине дауаханаға алып барып һал”, - тип талап итеүселәр ҙә бар. Ләкин был дөрөҫ түгел. Һәр бер ауырыуҙың мотлаҡ дауаханала ятып дауаланыу тураһындағы күрһәтмә бар.
- Беренсе сиратта “Ашығыс ярҙам” кемдәргә ебәрелә?
- Беҙгә килгән шылтыратыу буйынса сират билдәләнә. Ләкин бәхетһеҙлеккә осрағандарға, киҫкен хәл-ваҡиға урындарына, авария булған ерҙәргә, йәрәхәтләнгән кешеләргә, йәмәғәт урындарында, транспортта ауырып киткәндәргә, балаларға, ауырлы ҡатындарға медицина ярҙамы беренсе сиратта ебәрелә.
- Ялған шылтыратыуҙар буламы?
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай осраҡтар ҙа булып тора. “Ашығыс ярҙам”ды ялған саҡыртыусыларға административ яуаплылыҡ ҡаралғанын онотмаһындар ине.
- Юл-транспорт фажиғәләренә лә сығаһығыҙ...
- Бында нимә тип әйткем килә, беҙҙә битарафлыҡ һыҙаттары арта бара. Элек берәй фажиғә булһа, кеше бер ни уйламай ярҙамға ташлана торғайны. Хәҙер иһә тамаша ҡылып, кеҫә телефонына төшөрә башлайҙар. Һуңынан уны социаль селтәргә һалып, маҡтаналар, фекер алышалар, һәр аҙымыңды тикшерергә лә тартынмайҙар. Шундай “эксперттар” беҙҙең эшкә тотҡарлыҡ яһай ҙа инде. Уның урынына носилкаларҙы күтәрешеп һалышырға ярҙам итһәләр ҙә беҙгә ҙур ярҙам булыр ине.
- Гөлсөм Шәрифйән ҡыҙы, әйтәйек, кеше аварияға осрай, йәки ғәҙәттән тыш берәй хәл-ваҡиға булды икән, ти. Кеше беренсе сиратта нимә эшләргә тейеш?
- Бындай осраҡта өс төп ҡағиҙә бар, шуларҙы мотлаҡ күҙәтергә кәрәк. Беренсеһе - “112”, “103”, “03” телефон һандары аша “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға. Кәрәҙле бәйләнеш булмаған ерҙә лә “112” телефоны тотҡанын күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Икенсеһе - зыян күреүсегә лә ярҙамға килеүсе кешегә лә хәүеф янамауын билдәләргә. Өсөнсөһө - эргә-тирәләге кешеләрҙе ярҙамға саҡырырға. Бына ошо ҡағиҙәләрҙе хәтерҙә тоторға һәм шуларға ярашлы эш итеүҙе һорар инем.
“Ашығыс ярҙам”ға шылтыратҡандан һуң килеп сыҡҡан хәл-ваҡиғаға асыҡлыҡ индерергә кәрәк. Мәҫәлән, кеше аварияла йәрәхәтләнгән икән, ти. Уны машинанан бик һаҡ ҡына сығарырға кәрәк, умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнгән булыуы мөмкин. Аяҡ-ҡул ҡыйшайып, бөгөлөп йәрәхәтләнһә, уларҙы төҙәтергә тырышмағыҙ. Кешене торғоҙоп ултыртмағыҙ. Асыҡ яра булһа ҡанды туҡтатырға кәрәк. Ҡазаланыусы һушын юғалтҡан булһа, уны ҡырын һалырға, тын юлдарын ҡоҫҡолоҡтан, шайыҡтан таҙартырға. Был беренсенән, телдең тамаҡҡа китеүенән, икенсенән ауыҙҙағы һәм танауҙағы шайыҡтың тын юлына эләгеүенән һаҡлай.
- Гөлсөм Шәрифйән ҡыҙы, кеше өшөгәндә, янғанда тәүге ярҙамды нисек күрһәтергә кәрәклеге хаҡында ҡыҫҡаса ғына әйтеп үтһәгеҙ...
- Йәрәхәтләнгән кешене йылы урынға индерергә һәм уны йылы итеп урарға кәрәк. Өшөгән урындарҙы ҡар, спирт менән ыуырға ярамай. Ҡайһы бер осраҡта уларға һыҙланыуын баҫыр өсөн, тип спиртлы эсемлек бирәләр. Быларҙың береһендә эшләргә ярамай.
Тән бешеүе – ул асыҡ яра, тигәнде аңлата. Күп осраҡта кеше шул урынға аш содаһы һибә, ҡайһылары спирт баҫа. Был яраны киреһенсә көсәйтеп кенә ебәрә. Уларҙы эшләү ҡәтғи тыйыла. Янған ерҙе тәүҙә һалҡын һыуҙа тотоп торорға кәрәк. Әгәр эргәгеҙҙә булһа, ауыртыуҙы баҫа торған махсус спрей һиптерергә һәм стерилле повязка һалырға.
Хәҙерге ваҡытта күп кейем синтетик материалдан тегелгән. Улар иһә янһа иреп тәнгә йәбешә. Шуның өсөн дә иң беренсе янған өҫ кейемдәрен сисергә, һис юғында шул урындарын ҡырҡып ташларға кәрәк.
- Яһалма тын алыу ысулы бөтә кешегә лә бер үк эшләнәме?
- Юҡ, бында ла айырма бар. Сабыйҙың йөрәгенә массаж икенсе һәм өсөнсө бармаҡтарҙың йөҙө менән генә яһала. Үҫмерҙәргә бер генә ҡулдың усы менән эшләнә. Ә ололарға усҡа ус ҡуйып, баҫым яһап эшләнә. Ошо тәртипте бөтә кешенең дә белеүе яҡшы булыр ине. Юғиһә, ҡабырғаларҙы һындырғансы баҫып, хәлде ҡатмарлаштырыуҙары бар.
- Йәшәү билдәләре булмаған кешенең тереме, юҡмы икәнен нисек айырырға?
- Әгәр ҙә йәшәү билдәләре булмаған кешене тап итһәгеҙ, иң беренсе уның тын аламы, юҡмы икәнен асыҡлағыҙ. Уның өсөн муйындағы йоҡо (сонная) артерияһына баҫып, пульсын билдәләгеҙ, һуңынан күҙен асып ҡарағыҙ, яҡтылыҡҡа реакцияһы бармы, юҡмы икәнен ҡарағыҙ.
- Балалар йыш ҡына ҡаты әйбер, йә уйынсыҡ, йә аҡса, батарейка йота. Бындай осраҡта нимә эшләргә?
- Һуңғы ваҡытта уйынсыҡтар ваҡ деталдәрҙән эшләнә. Улар үҙенән-үҙе айырылып та сыға, уйнағанда боҙоп та ҡуялар. Беҙҙә иһә тимер аҡса, йәки уйынсыҡтарҙың ваҡ деталдәрен, ҡаты кәнфиттәр, сәтләүек, батарейка йотҡан осраҡтар йыш осрай. Танауҙарына, ҡолаҡтарына тығалар. Әгәр ҙә ашҡаҙанға китһә уларҙың ҡурҡынысы ҙур түгел. Әммә шулай ҙа дауаханаға ашығыс рәүештә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә бына тын юлына китһә - үтә лә хәүефле.
Тағы ла шуға айырып баҫым яһап әйткем килә - һуңғы ваҡыт балаларҙың дарыуҙар менән ағыуланған осраҡтары йышайҙы. Шунлыҡтан аптечкаларҙы йыйып тоторға кәрәклеге хаҡында иҫкәрткем килә. Йыш булмаһа ла балаларҙың марганцовка, һеркә эскән осраҡтары бар. Бындай хәүефле матдәләрҙе өйҙә һаҡлауҙа ҡәтғи тәртип булырға тейешлеген онотмағыҙ.
- Гөлсөм Шәрифйән ҡыҙы, ҡайһы бер осраҡта кешенең танауынан туҡтауһыҙ ҡан аға. Бында уға нисек ярҙам күрһәтергә?
- Әгәр ҙә кеше танауы менән һуғылһа, ҡан баҫымы юғары йәки ҡан ҡуйылығы насар булһа, физик көсөргәнешлек кисерһә, эҫелә артыҡ күп йөрөһә танауы ҡанай башлай. Был осраҡта кешене ултыртырға, һалҡын баҫырға кәрәк, танау тишегенә марлянан тампон тығырға. Гипертония булған осраҡта үҙенең дарыуҙарын эсерергә кәрәк һәм “Ашығыс ярҙам”дың килеп еткәнен көтәһегеҙ.
- Электр тогы һуҡһа...
- Был осраҡта үрҙә әйтеп киткән өс төп ҡағиҙәне күҙәтеү мотлаҡ. Шуға ярашлы, иң беренсе сиратта һеҙгә һәм зыян күреүсегә хәүеф янамауына инанырға кәрәк. Һуңынан электр энергияһын һүндерергә, тимер сымды алып ташларға кәрәк. “Ашығыс ярҙам” килгәнсә, ҡазаланыусыны хәүефһеҙ зонаға сығарырға кәрәк. Әгәр йәшәү билдәләре булмаһа, йөрәгенә массаж эшләргә. Иҫендә булһа, янған урынына таҙа повязка һалырға.
- Янғында зыян күргән кешегә нисек ярҙам күрһәтергә?
- Һуңғы ваҡытта кеше заманса төҙөлөш материалдары менән өй төҙөй. Күберәк пластик ҡулланыла. Шунлыҡтан янғын ваҡытында кеше иң беренсе уларҙан бүленеп сыҡҡан ағыулы матдәнән зыян күрә. Көҙән йыйырыла, ауыҙынан аҡ күбек сыға, ҡапыл ғына тын алыуы туҡтауы ихтимал. Бында осраҡта кешене саф һауаға сығарырға. Симптомына ҡарап, ярҙам күрһәтергә. Тән тартышһа, уны тотоп торорға кәрәк. Ҡоҫҡолоғо, күперек тын юлына китеп бармаһын өсөн зыян күреүсене ҡырын һалырға һәм ауыҙ ҡыуышлығын шайыҡсанан таҙартырға. Ҡапыл тын алышы туҡтаһа – яһалма тын алыу эшләргә.
- Һуңғы ваҡыт ялған араҡы эсеп ағыуланыусылар осраҡтары бар...
- Эйе, сөнки кәнистр менән техник спирт һатыу осраҡтары йышайҙы, көмөшкә һатыусыларҙың да “нөктәләре” артты. Бындай осраҡҡа медицинала шундай термин бар: ауырыуҙы дауалағансы уны иҫкәртеү яҡшыраҡ. Араҡы менән ағыуланған осраҡта ашҡаҙанды йыуҙыртырға, күберәк шыйыҡса бирергә, сорбенттар, мәҫәлән, активлаштырылған күмер таблеткаһы бирергә.
Ә инде метил спирты менән ағыуланған кешенең күҙе һуҡырая. Кешенең 20-30 мл ғына ла метил спирты эсеүе уның үлем осрағына алып килтереүе ихтимал. Бындай осраҡта метил спиртына антидот булып этил спирты тора. Уны һыуға ҡатыштырып, 30 процентлы итеп аҙ ғына эсерергә кәрәк.
- Гөлсөм Шәрифйән ҡыҙы, беҙҙең әңгәмәне тамамлап, нимә әйтергә теләр инегеҙ?
- Оҙаҡ йылдар медицина өлкәһендә эшләү тәжрибәмдән сығып, тағы ла шундай осраҡтарҙы әйтеп үткем килә. Ҡайһы берәүҙәр нисек кенә ҡаты ауырыуына ҡарамаҫтан, һуңғы сиккә тиклем өйҙә ултыра. Кеше врачтарға ни тиклем иртәрәк мөрәжәғәт итә, һауығыу процессы ла шул ҡәҙәр тиҙерәк башлана. Юғары ҡан баҫымы – инсультҡа, ә йөрәк ауыртыуы инфаркка килтереүе мөмкин. Өҫтәүенә, ҡайһы бер ауылда медпункттың булмауы, элемтәнең юҡлығы ла хәлде ҡатмарлаштыра. Кеше үҙенең, яҡындарының, туғандарының һаулығына битараф булмаһын ине. Медицина учреждениелары тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ауырымаған хәлдә лә йылына бер тапҡыр диспансеризация үтергә кәрәк. Уның һөҙөмтәһе буйынса күп ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта йәшерен сир барлығы ла күренә. Кеше ни тиклем тиҙерәк ауырыуын асыҡлап, дауаланыу курсын үтә, шул ҡәҙәр оҙағыраҡ уны һаулығы ла борсомаясаҡ. Ваҡытында сәләмәтлегеңде ҡайғыртып, дауаланып торғанда “Ашығыс ярҙам” да талап ителмәй. Хәҙерге ваҡыттағы хәл-ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотоп, донъялар тыныслығы һәм һәр кемгә именлек, һаулыҡ теләйем.
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.