Ҡан баҫымы күтәрелеп китһә...

Еңелсә массаж, ҡара ҡарағат, лимонлы газһыҙ һыу ҙа ярҙам итә...

Ҡан баҫымы күтәрелеп китһә...Ҡан баҫымы күтәрелеп китһә...
Ҡан баҫымы күтәрелеп китһә...

1 аш ҡалағы балға 1 стакан газһыҙ минераль һыу ҡойоп болғатығыҙ, унан ярты лимондың һутын өҫтәгеҙ. Иртәнсәк ас ҡарынға бер мәртәбә эсәбеҙ. Бер аҙна эсергә кәрәк.

3-4 аш ҡалағы үҫемлек майын йылытып, уға бер нисә тамсы бөтнөктөң спиртлы настойкаһын, грейпфрут майын (икеһе лә косметика магазиндары, дарыуханаларҙа бар) өҫтәгеҙ. Артабан ошо шыйыҡсаны муйынығыҙға, елкәгеҙгә массаж эшләп һөртөгөҙ. Массаждан һуң ярты сәғәт ятырға кәрәк.

1 аш ҡалағы ҡара ҡарағатҡа (туңдырылған булһа ла ярай) 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, һүрән утта 10 минут ҡайнатығыҙ. Артабан уны һыуынмаҫ элек һөҙөп алығыҙ. Аш алдынан 100 мл эсергә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас