Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Артроздан тоҙло бал

  Артроз менән күҙмә-күҙ осрашҡан кешеләр генә уның ни тиклем әрнеү-ғазаптар килтерә икәнен аңлайҙыр ул. Табип менән кәңәшләшеп, диеталар тотоу ҙа ниндәйҙер кимәлдә ярҙам итергә тейеш. Шулай уҡ скипидар ванналарын ҡабул итергә лә мөмкин. Ауыртҡан урынға боҫламалар ҙа ҡуйырға, әсе боросло кастр майы менән ыуынырға ла мөмкин. Бының өсөн аптеканан һатып алынған бер һауыт (40мл) кастр майына 1 аш ҡалағы ҡыҙыл борос һалына. 10 көн төнәткәндән һуң һәр көн ятыр алдынан ошо төнәтмә менән ыуыныу үҙ һөҙөмтәһен бирер. Ә бына тоҙланған балды

Артроздан тоҙло бал
Артроздан тоҙло бал

Артроз менән күҙмә-күҙ осрашҡан кешеләр генә уның ни тиклем әрнеү-ғазаптар килтерә икәнен аңлайҙыр ул. Табип менән кәңәшләшеп, диеталар тотоу ҙа ниндәйҙер кимәлдә ярҙам итергә тейеш. Шулай уҡ скипидар ванналарын ҡабул итергә лә мөмкин. Ауыртҡан урынға боҫламалар ҙа ҡуйырға, әсе боросло кастр майы менән ыуынырға ла мөмкин. Бының өсөн аптеканан һатып алынған бер һауыт (40мл) кастр майына 1 аш ҡалағы ҡыҙыл борос һалына. 10 көн төнәткәндән һуң һәр көн ятыр алдынан ошо төнәтмә менән ыуыныу үҙ һөҙөмтәһен бирер.

Ә бына тоҙланған балды һыҙланған саҡта ҡулланырға кәңәш ителә. Бының өсөн бал менән тоҙҙо бер үк миҡдарҙа алып, һыҙлаған урынға һалып, компресс өсөн махсус ҡағыҙ йәки аш пленкаһы менән төрөп ҡуйыла. Өҫтөнән йылы (йөндән) бәйләмә (повязка) менән уратып алына. Был боҫлама төнгә ҡарай, ятыр алдынан эшләнә.
Тоҙ шеште бөтөрһә, бал һыҙланыуҙы, елһенеүҙе баҫа. Тик бының өсөн 1 курс (6-8 тапҡыр) үтер кәрәк.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: