Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Быуындар һынығыуынан бер рецепт

Көндәрҙең ҡапыл ғына ошолай һыуытып ебәреүе булды, быуындар һыҙлауы менән ғазапланғандар өсөн яңы һынауҙар алып килде. Халыҡта ғәҙәттә уны "һынығыу" тиҙәр. 

Быуындар һынығыуынан бер рецепт
Быуындар һынығыуынан бер рецепт

Көндәрҙең ҡапыл ғына ошолай һыуытып ебәреүе булды, быуындар һыҙлауы менән ғазапланғандар өсөн яңы һынауҙар алып килде. Халыҡта ғәҙәттә уны "һынығыу" тиҙәр. Үкенескә быуындар һыҙлау проблемаһынан бер кем дә азат түгел. Шуға ла был рецепт мотлаҡ һеҙҙең кәштәгеҙҙә ятһын. 

Рецепт: 

2-шәр аш ҡалағы 5%-лы нaшaтыp cпиpты (10%-лыһының еҫе көслө) менән шыйыҡ cкипидapҙы (шешәһендә ГOCT тигән билдәһе булғаны), 2 сей йомортҡаны әҙерләгеҙ. Унан барыһын бергә ҡушып болғатығыҙ. Ҡуйы һарғылт төҫтәге ҡаймаҡ кеүек ҡатнашма килеп сығырға тейеш. 

Был "кремды" төнгөлөккә яурындағы, тубыҡтағы, хатта бармаҡтағы быуындарға һөртөп ятығыҙ. 

Ғәҙәттә хатта бер тапҡыр ыуынғандан һуң һыҙланыу бөтөп ҡалғандай була. Әгәр инде был майҙы 5 көн буйы һөртһәгеҙ, ай дауамында һыҙланмаҫһығыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: