Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Быларҙы мотлаҡ төнгөлөккә эсеп ят!

Ул саҡта бауырыңды ла, ҡаныңды ла таҙартырһың.

Быларҙы мотлаҡ төнгөлөккә эсеп ят!
Быларҙы мотлаҡ төнгөлөккә эсеп ят!

Бауыр менән шаярмайҙар. Теләһә нәмә ашап, беҙ тәү сиратта бауырҙы бысратабыҙ һәм һаулығыбыҙға зыян килтерәбеҙ. 

Бауырҙы менән бер рәттән беҙ ҡаныбыҙҙы таҙартабыҙ, метаболизм әүҙемлеген арттырабыҙ. Шуға ла  һаналып үткән 5 эсемлектең береһен булһа ла төнгөлөккә эсеп ятырға кәңәш ителә. 

1. Лимонлы эҫе һыу. 

Был эсемлекте иртән дә, кис тә эсергә була. Лимон организмды таҙарта ла, һейҙек ҡыуғыс булараҡ та билдәле. Шулай уҡ бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Бының өсөн 

 1 лимон

170 гр һыу (стаканды ныҡ тултырмай алаң) кәрәк була. 

Һыуҙы эҫетеп, өҫтөнә лимон һутын һығаң. 

Лимонлы һыуҙы 3 аҙна дауамында йоҡларҙан 30 минут алда эсәң. 

2. Ромашкалы сәй. 

Ромашкалы сәй көслө антиоксидант һәм тынысландырыусы көскә эйә. Ул стресстан ярҙам итә, йоҡоно яҡшырта, нервы системаһын контролдә тота. 

Бының өсөн 1 аш ҡалағы ромашка сәскәһе һәм 250 гр һыу кәрәк була. 

Һыуҙы ҡайнатығыҙ ҙа уттан алығыҙ. Һыуға ромашканы ҡушып, 10 минут талғын утта тотоғоҙ.

Был сәйҙе 2 аҙна эсегеҙ. 

3. Имбирле һәм лимонлы һыу. 

Был эсемлек С витаминына бай. Шулай уҡ  антиоксидант булып тора. Был, үҙ сиратында метаболизмды нормала тота һәм целлюлитты дауалай. 

Бының өсөн бер киҫәк имбир, ярты лимон, 230 гр һыу кәрәк була. 

Һыуҙы ҡайнат та имбир киҫәге менән лимон һутын ҡуш. 15 минут ҡайнат.  Унан болғат та эс. 

Был эсемлек менән артыҡ мауығырға ярамай. Йоҡлар алдынан аҙнаһына 3 тапҡыр эсһәң, шул етә.  

4. Һоло эсемлеге 

Был һоло эсемлеге витаминдарға, минералдарға һәм клетчаткаларға бай. Ул эсәкте һәм бауырҙы таҙарта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. 

Бының өсөн онталмаған бер сынаяҡ һоло, 6 сынаяҡ таҙа һыу алына. 

Һолоно 7 сәғәт дауамында ебет. Унан һөҙөп, таҙа һыу менән йыу. Дәрсен (корица) һәм һыу өҫтә. Был эсемлекте боҙ менән һыуытып эсәләр. 

5. Бөтнөклө (мяталы) сәй.

Ашҡаҙанды яҡшырта, организмдан токсиндарҙы сығара. 

Бының өсөн 2 аш ҡалағы бөтнөк япраҡтарын 250 гр һыуға һалып, 2 минут ҡайнат.  Унан бешкәнен көт. 

Был сәйҙе 3 аҙна дауамында йоҡларҙан 30 минут алда эс. 

Һау-сәләмәт бул!

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотма!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: