Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башың ауыртамы?

Баш мейеһенең тамырҙары ҡыҫылһа, ғәҙәттә баш ауырта. Был ауыртыуҙан бер нәмә лә ярҙам итмәҫ кеүек булып китә. Ә бына был төнәтмәнең 25 тамсыһы мөғжизәләр тыуҙыра.

Башың ауыртамы?
Башың ауыртамы?

Баш мейеһенең тамырҙары ҡыҫылһа, ғәҙәттә баш ауырта. Был ауыртыуҙан бер нәмә лә ярҙам итмәҫ кеүек булып китә. Ә бына был төнәтмәнең 25 тамсыһы мөғжизәләр тыуҙыра.

 Бик ябай peцeпт. Уны әҙерләү өсөн

100 мл бесәй үләне (вaлepиaна) төнәтмәһе;

100 мл эвкaлипт төнәтмәһе; 

50 мл пион төнәтмәһе; 

100 мл арыҫлан ҡойроғо  (пуcтыpник) төнәтмәһе; 

50 мл бөтнөк (мята) төнәтмәһе;

100 мл энәлек (бoяpышник) төнәтмәһе; 

10 ҡәнәфер (гвoздика);

1 аш ҡалағы бал; 

10 гр имбир порошогы кәрәк була. 

Барлыҡ ингpeдиeнттарҙы ҡарараҡ төҫтәге быяла һауытҡа һалып, болғатығыҙ ҙа ҡараңғы урынға 25 көнгә ултыртып тороғоҙ. Мәле менән һелкетеп торорға онотмағыҙ. Унан һөҙөп алығыҙ. 

Был мөғжизәле төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр (иртәле-кисле) ашарҙан 30 минут алда 25 тамсы эсергә кәрәк. 

Шул уҡ ваҡытта ваҡытында ял итергә, йоҡлап алырға онотмағыҙ. Был да мөһим роль уйнай. 

Йәнә бер рецепт: 

100 мл бесәй үләне төнәтмәһе; 

50 мл эвкaлипт төнәтмәһе; 

100 мл арыҫлан ҡойроғо төнәтмәһе

25 мл бөтнөк төнәтмәһе.

Был төнәтмәләрҙе бер һауытҡа ҡойоп, болғатығыҙ ҙа, ике аҙнаға ҡараңғы урынға ултыртып ҡуйығыҙ. Был төнәтмәгә ике аҙна буйы теймәгеҙ. 

Был төнәтмән ашарҙан 15-20 минут алда көнөнә 3 тапҡыр һыуға ҡушып бер балғалаҡ эсергә кәңәш ителә. 

Иҫкәрмә:

Ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға, 12 йәшкә тиклемге балаларға, aлкoгoлизм сире менән ауырығандарға, рюль артында йөрөгәндәргә, был компоненттарға аллергияһы булғандарға был төнәтмәне эсергә ярамай. Шуға ла табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Һау-

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: