Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Апреля 2022, 16:58

Ҡан баҫымын төшөрөү өсөн

Юғары ҡан баҫымын ҡул аҫтындағы аҙыҡ-түлек менән төшөрөп була. 

Ҡан баҫымын төшөрөү өсөнҠан баҫымын төшөрөү өсөн
Ҡан баҫымын төшөрөү өсөн

Ҡан баҫымын тиҙ генә төшөрәм тиһәң,

1) Бесәй үләне (валерьянка), энәлек (боярышник) йә булмаһа берәй тынысландыра торған сәй; 

2) Ҡыҙыл көртмәле һуты йәки ҡыҙыл көртмәле емеше тиҙ генә ҡан баҫымын төшөрә; 

3) Шулай уҡ 1 стакан кефирға 1 балғалаҡ дәрсен (корица) һалып болғатығыҙ ҙа яйлап ҡына эсегеҙ;

4) Ҡул аҫтындағы картуф та ярҙамға килеүе ихтимал. 1 стакан картуф ҡабығын ваҡ итеп турағыҙ ҙа, өҫтөнә 3 стакан һыу ҡойоғоҙ. Йомшарғансы бешерегеҙ. Унан һөҙөп, ярты стакан эсегеҙ. 

Юғары ҡан баҫымын шулай уҡ был тәбиғи саралар ҙа ярҙам итә: 

* ҡәнәфер (гвоздика) үләне төнәтмәһе

* грейпфрут һуты һәм емеше 

* балан емеше (баллап ашарға ла була)

* укроп төнәтмәһе

* энәлек

* картуф ҡабығы төнәтмәһе 

* бесәй үләне төнәтмәһе 

* ҡыҙыл көртмәле һуты

* пустырник төнәтмәһе 

* миләш һуты йә емеше

* томат һуты

* ҡара ҡарағат емеше йә япраҡтары төнәтмәһе 

* аҡ акация препараты. 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас