Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Апрель 2022, 19:40

Дегәнәк-дегәнәк...

Дегәнәк тамыры шифаһы тураһында бер һөйләм менән аңлатып булмай.

Дегәнәк-дегәнәк...
Дегәнәк-дегәнәк...

Заман шулаймы, әммә хәҙер яман шеш менән ауырыған кешеләр ғәләмәт күп. Ә бына дегәнәк хатта яман шештән дә дауалай, тиҙәр. 

Шулай уҡ дегәнәк шәкәр диабетын, бронхитты, гайморитты, ревматизмды, подаграны, артритты, остеохондрозды, һынған һөйәкте, умыртҡа һөйәге араһындағы бүҫерҙе,  атеросклерозды, ҡолаҡ һыҙлауынан, хроник коронар етешмәүсәнлекте лә дауалай. Дегәнәк хатта гепатитты дауалай! Дегәнәк тамыры бауырҙы һәм бауырҙағы циррозды дауалай.  Холециститтан, бөйөр ауырыуҙарынан, бөйөрҙәге һәм һейҙек ҡыуығындағы ташты онтай.

Дегәнәк тире ауырыуҙарынан  (янған, оҙаҡ ятҡан, экземанан, трофик сей яранан, сәс ҡойолоуҙан, эренле яранан, псориаздан, ҡыҙылсанан һ.б.) 

Грипп ауырыуҙары таралған саҡта ла дегәнәкте хәтергә алығыҙ. 

Дегәнәк тамырын ҡаҙып алығыҙ ҙа йыуыа киптерегеҙ. 

Бер аш ҡалағы кипкән дегәнәк тамырын 2 стакан ҡайнар һыуға һалып,  10 минут ҡайнатығыҙ. Унан 2 сәғәт төнәтәбеҙ. 

Әҙер төнәтмәне һөҙөп, ашарҙан 10-15 минут алда көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә кәңәш ителә. 

Ашарҙан алда эсеүҙең үҙ сәбәбе бар:

ул саҡта еды, ул ҡанға һеңә һәм бар организмға тарала. 

Шулай уҡ дегәнәк тамыры, әрем һәм дегәнәк ҡатнашмаһы (1:1:1 кимәлдә алына) йә һәр ҡайһыһын аҙналап айырым-айырым эсергә кәңәш ителә. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Халыҡ медицинаһы рецептарын табип менән кәңәшләшеп кенә ҡулланығыҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: