Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Апрель 2022, 16:27

Өйҙән сыҡмай һаулығыңды тикшер!

Ябай ғына ысул. Уны эшләү өсөн ябай ҡалаҡ һәм полиэтилин моҡсай кәрәк була.   

Өйҙән сыҡмай һаулығыңды тикшер!
Өйҙән сыҡмай һаулығыңды тикшер!

  Ябай ҡалаҡты алып, телегеҙ буйлап йөрөтөгөҙ. 

  Унан ҡалаҡты үтә күренмәле пакетҡа һалып, ҡояшлы урынға һалып ҡуйығыҙ. 

  1 минуттан ҡалаҡты алып ҡарағыҙ. 

Әгәр ҡалаҡ таҙа һәм һаһымаған булһа — тимәк эске органдарығыҙҙа һаулыҡ менән бәйле проблема юҡ. 

Әгәр еҫ булһа:

  Һаһыҡ һәм әсе — үпкә һәм ашҡаҙанға бәйле проблема бар;

  Татлы — диабет булыуы ихтимал;

  Аммиак — бөйөр менән бәйле проблема бар.

Әгәр ҡалаҡ юлаҡланып торһа:

  Аҡ йә һары төҫтә, өҫтәүенә ҡалын ҡуныҡ (налет) — ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегендә проблема була;

  Шәмәхә (Фиолетовый) төҫөндә — бронхит, насар ҡан әйләнеше, холестерин кимәле юғары;

  Аҡ төҫтә — респиратор инфекция бар;

  Ҡыҙыл-һары (Оранжевый) төҫтә — бөйөр ауырыуы бар. 

 

Был күҙаллауҙар ғына. Нисек кенә булмаһын, дөрөҫ диагнозды һеҙгә тик табип ҡына ҡуя ала. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: