Суд ҡарары – йоҡлатмаҫҡа!
Йоҡо менән эксперименттар төрлө ваҡыттарҙа үткәрелгән. Француз суды ҡытай кешеһенә ҡатынын үлтергәне өсөн үлем язаһы сығарған. Ҡарарҙа әйтелгәнсә, үлтереүсене йоҡоһоҙлоҡ менән язаларға. Ҡытайлыға өс һаҡсы беркетелгән. Сират буйынса бер-береһен алмаштырып, ҡытай кешеһенә йоҡларға форсат бирмәгәндәр. 10 көндән һуң, ҡытайлы ялбарып һораған: “Язалағыҙ мине, атығыҙ, аҫығыҙ, киҫәктәргә бүлгеләгеҙ. Тик был ғазаптарҙы туҡтатығыҙ”.
Был турала 1859 йылда медицина журналында хәбәр ителә. Бынан тыш ХХ быуат уртаһында ғалимдар эксперименттар ярҙамында шуны асыҡлаған: 5 тәүлек буйына йоҡламаған кешенең күреү, ишетеү һәләте насарая, галлюцинациялар башлана, иғтибар тарҡала. Тимәк ул кеше эшмәкәрлеккә һәләтле түгел.
Фото интернеттан алынды.