Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Апреля 2022, 15:10

Трактормы тиһәм... хырылдап йоҡлай икән!

Был алама ғәҙәт төн йоҡоларын ҡасыра, иң ҡәҙерле кешеңде лә дошманға әйләндереүе ихтимал. Рәсми сығанаҡтар буйынса, айырылышырға, тигән ҡарар ҡабул иткән парҙарҙың 9 проценты тап шуны сәбәп итеп күрһәтә икән. Нимә тураһында һүҙ бара, тип уйлайһығыҙ? Хырылдау!

Был алама ғәҙәт төн йоҡоларын ҡасыра, иң ҡәҙерле кешеңде лә дошманға әйләндереүе ихтимал. Рәсми сығанаҡтар буйынса, айырылышырға, тигән ҡарар ҡабул иткән парҙарҙың 9 проценты тап шуны сәбәп итеп күрһәтә икән. Нимә тураһында һүҙ бара, тип уйлайһығыҙ? Хырылдау!

Хырылдап йоҡлаған саҡта ҡапыл ғына тын алыу процесы туҡтай. Был апноэның тәүге билдәһе. Был осраҡта һулыш алыу ғәҙәттә, 20-30 секундҡа туҡталып тора. Ҡайһы бер осраҡта уның 2-3 минутҡа тиклем һуҙылып, йоҡо сәғәтенең 60 процентын тәшкил итеүе лә мөмкин. Йоҡлаған саҡта һулыш алыуҙың туҡтап тороуы артериаль гиперьензия, йөрәк ишемияһы, диабет, инсульт кеүек йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына булышлыҡ итә. Йоҡлағанда кислород етешмәүе арҡаһында кешенең организмы ял итеп өлгөрмәй. Һөҙөмтәлә кеше көндөҙ йоҡомһорап йөрөй. 

Врачтарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 4-6 йәшлек балаларҙың 10 проценты ғырылдай. Айырыуса малайҙар. Тымаулағанда, йотҡолоҡ биҙҙәре ҙурайғанда, тын алыу юлдары ауыртынһа, кәүҙә ауырлығы саманан тыш артыҡ булғанда хырылдайҙар. Бында тынысланырға ярамай, мотлаҡ врачҡа күренергә кәрәк. Сөнки ул баланың физик һәм психик үҫешенә йоғонто яһай. Был иһә уларҙың тәртибенә, уҡыуына тәьҫир итәсәк.

Һимеҙ кешеләр ҙә хырылдай. Уларҙың муйын тирәһен май баҫа һәм тын алыу юлдары тарая. Ҡорһаҡтағы май диафрагманы этә, күкрәктәге май үҙ сиратында уны ҡыҫа. Шул рәүешле тын алыу юлдары тарая. Был иһә йоҡлағанда тын алыуҙы туҡтауыға (апноэ) килтерә. Рәсми сығанаҡтарға ҡарағанда, хырылдаусыларҙың 70 процентын һимеҙ кешеләр тәшкил итә. Һимеҙлек арҡаһында сыҡҡан хырылдауҙы ваҡытында дауаламағанда тағы ла кәүҙә ауырлығы артасаҡ. Дөрөҫ туҡланырға, даими физик күнегеүҙәр эшләргә, сәләмәт тормош алып барыу һеҙгә ярҙам итәсәк.

Тын юлдары, аллергия, һыуыҡ алдырып ауырығанда ла кеше хырылдап йоҡлай. Шулай уҡ өйҙә үтә лә ҡоро һауа булһа ла тыныс йоҡо ҡасасаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың ауырлы сағында хырылдап йоҡлауы ихтимал. 

 

Хырылдауҙан ҡотолоу өсөн кәңәштәр

Йоҡлар алдынан бер кишер менән һуғандың һутын һығып алырға ла шуға манылған мамыҡ киҫәген бер аҙ ваҡытҡа танау тишектәренә ҡуйып торорға.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас