Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Апреля 2022, 10:35

Көрәшселәрҙең сираттағы еңеүе

Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәй чемпионы, яҡташыбыҙ Иршат Ибраһим улы Исмәғилевтең иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса асыҡ турнир уҙҙы. Баймаҡ егеттәре уңышлы сығыш яһаны...

Көрәшселәрҙең сираттағы еңеүеКөрәшселәрҙең сираттағы еңеүе
Көрәшселәрҙең сираттағы еңеүе

9 апрелдә Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәй чемпионы, яҡташыбыҙ Иршат Ибраһим улы Исмәғилевтең иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса республика асыҡ турниры уҙҙы. Ярыштарҙа республика ҡала һәм райондарынан 11 команда ҡатнашты.
65 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеүсе:
беренсе урын - Мөхәммәт Яҡупов (2-се Этҡол ауылы)
Ауырлыҡ категорияһы - 70 кг:
икенсе урын - Тимур Солтанов (Юлыҡ ауылы)
50 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы:
өсөнсе урын - Рамаҙан Яҡупов (2-се Этҡол ауылы)
55 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы:
өсөнсе урын - Ильяс Байымов, агросәнәғәт колледжы студенты
90 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы:
өсөнсе урын - Йәмил Әҙеһәмов (Баймаҡ ҡалаһы)
100 килограм ауырыраҡ категорияһы:
өсөнсе урын - Ғәҙел Ғәлин (Йомаш ауылы)
Спортсылар миҙалдар, грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды. Көрәшселәребеҙгә артабан да еңеүҙәр теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас