+23 °С
Облачно


Йыһанда иң оҙағы булған кеше – космонавт Валерий Поляков. Ул “Мир” станцияһында 487 тәүлек тә 18 сәғәт була.
Антарктидала Оникс тип аталған берҙән-бер йылға бар. Ул йылына 60 көн генә аға.
Бесәйҙәр үҙҙәренең ярты ғүмеренән күберәген йоҡола үткәрә.
Еләккә ҡарағанда лимонда шәкәр күберәк.
Тауыҡтың иң оҙаҡ осоуы 13 секунд дауам итә.
Ер йөҙөндә йәшәгән бар кешеләрҙең 7% ғына һулаҡай.
Кешенең уң үпкәһенә һауа күберәк һыя.
Страустар сәғәтенә 70 км йүгерә ала.
Инфаркттар йышыраҡ дүшәмбе көндө була.
Күктәге йондоҙҙар Ер шарындағы бар пляждарҙағы ҡом бөртөктәренән күберәк.
Ер шарында өс секунд һайын кеше тыуа.
Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.