+15 °С
Облачно


Елкәгә ултырған тоҙҙан ҡотолоу өсөн ошондай компресс эшләр кәрәк:
Ваҡ ҡырғыстан картуфты үткәрегеҙ һәм уны 1:1 миҡдарҙа бал менән бутағыҙ.
Баллы картуфты елкәгеҙгә һәм яурынығыҙға һалығыҙ. Өҫтөн компрессион ҡағыҙ менән ҡаплағыҙ ҙа бәйләп ҡуйығыҙ. Был компрессты 2 сәғәткә ҡалдырып тороғоҙ.
Компрессты сискәндән һуң йылы дымлы салфетка менән һөртөп алығыҙ. Аҙаҡ пихта майын һөртөгөҙ.
Дауаланыу курсы 7-10 процедуранан тора.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыу алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.